Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
"Ырыуҙар ташы"н күмәкләп төҙөйөк!
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 03 июнь 2013
"Ырыуҙар ташы"н күмәкләп төҙөйөк!
2010 йылдың йәйендә, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек барышында, Торатау итәгендә «Ырыуҙар ташы» тарихи-мемориаль комплексын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителеп, уға символик нигеҙ ташы ла һалынғайны. Был һәйкәлдең үҙәген тәшкил иткән ғәйәт ҙур гранит ташҡа 40-тан ашыу башҡорт ырыуының атамалары яҙылып ҡуйылырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, билдәле сәбәптәр арҡаһында эш әлегә тиклем тотҡарланып торҙо.
Этнографик музейы һәм мәсете булған мемориаль комплексты төҙөү байтаҡ финанс сығымы талап итә. Яңыраҡ уҙғарылған әйле ырыуы йыйында делегаттар ошо һәйкәл өсөн иғәнә йыйырға саҡырып, барлыҡ башҡорт ырыуҙары вәкилдәренә мөрәжәғәт итте. Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты советы башланғысты хуплап, төбәк, ҡала һәм район башҡорттары ҡоролтайҙарына мөһабәт һәйкәл өсөн аҡса йыйыу буйынса махсус хат ебәрҙе.
«Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексы уникаль халыҡ һәйкәле буласаҡ. Ошоғаса Рәсәйҙә тотош халыҡҡа бағышланған һәйкәл һалынғаны юҡ. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, проектты бойомға ашырырға бурыслыбыҙ. Был – бөтөн халыҡ эше. Тап шуның өсөн дә барса милләттәштәребеҙҙе изге ғәмәлгә үҙ өлөшөн индерергә саҡырабыҙ. Эш иғәнә итеп бирелгән аҡса күләмендә түгел – мөмкинлегенә ҡарап быны һәр кем үҙе хәл итер. Торатауҙа милләтебеҙгә һәйкәл ҡалҡһа, рухыбыҙ нығыр, бәҫебеҙ күтәрелер, данлы тарихыбыҙ бар донъяла танылыр.
Аҡса туплау өсөн банкта махсус иҫәп астыҡ. Һәр кем унда иғәнәһен үҙаллы ебәрә ала. Башҡарма комитет советы йыйылған аҡсаның маҡсатҡа ярашлы файҙаланылыуын контролдә тотасаҡ.
Иғәнә ебәреү өсөн реквизиттар:
Получатель:
МСОО «Всемирный курултай (конгресс) башкир»
Расчетный счет 40703810400000000229
ИНН 0274095117
Банк получателя:
ОАО АКБ «Башкомснаббанк»
БИК 048073842
к/с 30101810800000000842
Бөтә донъя башҡорттары
ҡоролтайының башҡарма
комитеты советы.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфөлә Яныбай Хамматовҡа арналған почта конвертын тәҡдим итәләр
Йома, 07 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө