Юҡ, өҙөлмәне моң

Юҡ, өҙөлмәне моң
Ашығамын — кешеләргә әйтә 
торған һүҙҙәрем бар, 
Ашығамын — алдарымда 
артылаһы үрҙәрем бар, 
Айырмаһын йырҙарымдан, 
күпме килер ҡулдарымдан, 
Ашығамын, ашығамын. 
Туҡтатмағыҙ юлдарымдан... 
Шағирә Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә ижад иткән был йырҙы композитор Салауат Низаметдинов үҙе йыш ҡына ниндәйҙер тетрәнеү менән башҡара ине. Уйлап ҡараһаң, ошо юлдар оло талант эйәһенең тормош һәм ижад принцибын, йәшәү мәғәнәһен асып бирә. Ысынлап та, ашығып йәшәне Салауат Әхмәҙи улы. Күрәһең, арабыҙҙан иртә китәсәген тойғандыр. Тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм булһа ла, ул 200-ҙән ашыу популяр йыр, “Нәҡи”, “Моменто”, “Ай тотолған төндә”, “Ҡара һыуҙар”, “Мөхәббәт йондоҙо” кеүек опералар яҙҙы. Әле һуңғы ярты быуатта Салауат Низаметдинов кеүек емешле ижад иткән, уға тиңләшерлек композиторҙы атауы еңелдән түгел. Милли сәнғәтебеҙҙе ниндәй аҫыл йыр-моң өлгөләре менән байытты замандашыбыҙ! 
 
“Дөм ҡараңғы донъяларҙа 
йәшәп, 
Һин яҡтылыҡ киттең 
ҡалдырып. 
Яҡты донъяларҙа йәшәр 
йырың 
Йәндәребеҙ өтөп, 
яндырып”, — 
тип яҙҙы уны һуңғы юлға оҙатҡанда шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина. 
3 март — Салауат Низаметдиновтың тыуған көнө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беренсе тапҡыр ошо көндө унһыҙ ҡаршыланыҡ. Композиторҙың ижадташ дуҫы, Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина нәҡ шул көндә ҡабатланмаҫ моң эйәһенең яҡты рухына арнап “Өҙөлдө моң...” тигән концерт программаһын тәҡдим итте. 
— Салауат Низаметдинов — иң яратҡан композиторым, — ти йырсы. — Ул минең өсөн һәр саҡ маяҡ булып торҙо, остазым тип атаһам да арттырыу түгел. Тормошҡа ҡарата мөнәсәбәтемде, уйланыуҙарымды, кисерештәремде уның йырҙары аша тамашасыларға еткерҙем. Салауат көслө рухлы шәхес ине. Ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, ел-дауылдарҙа һынып ҡалмаҫҡа өйрәтте. Ә бит тормоштоң әсе бурандары мине урап үтмәне. “Һин теләһә ниндәй ғәйбәткә ҡолаҡ һалма, үҙеңдең кем икәнлегеңде ижадың менән иҫбатла!” — тип кәңәш бирә ине. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улына ихтирамым, рәхмәтем сикһеҙ. Шуға ла ошо концертты үткәреүҙе мөҡәддәс бурысым тип иҫәпләйем. 
Әйткәндәй, Салауат Низаметдинов та, Әлфиә Юлсурина ла — милли йыр сәнғәтен байытыуға тос өлөш индергән абруйлы шәхестәр. Танылған ике сәхнә оҫтаһының ижади дуҫлығы һөҙөмтәһендә ниндәй матур йырҙар тыуҙы! “Тәүбә”, “Тик мин кире боролмаҫмын”, “Алһыу пион”, “Әллә нисек булды беҙҙең һөйөү”, “Ниңә мин йәрең түгел?” кеүек йырҙарҙы композитор Әлфиә Юлсурина өсөн махсус яҙған. Был әҫәрҙәр күптән тамашасы күңелен яулап өлгөрҙө. 
Әлфиә Юлсуринаның башҡарыу оҫталығына халыҡ күптән юғары баһа биргән. Уның концерттарында залдың тулы булыуы, һәр сығышының дәррәү алҡыштарға күмелеүе — быға асыҡ дәлил. Уңыш сере нимәлә һуң? Халыҡсан булып ҡалыуындалыр, моғайын. Йырлағанда ла бит Әлфиә Юлсурина бирелеп, һәр һүҙҙе күңеле аша үткәреп тамашасыға еткерә. Көслө хис-тойғоло сәхнә оҫтаһының хәрәкәтендә лә артыҡлыҡ юҡ хатта. Ҡулы менән ишараһы ла, мимикаһы ла уның ағышын тулыландыра, йырҙың йөкмәткеһен асырға мөмкинлек бирә. 
— Артист тамашасыны хөрмәт итергә тейеш, — тигәйне бер ваҡыт Әлфиә Юлсурина. Үҙе лә ошо ҡарашҡа һәр саҡ тоғро булып ҡала. Һәр ваҡыт бар көсөн һалып, тере тауыш менән генә сығыш яһауы әйтелгәнгә ҡеүәт. Ә бит ике сәғәт дауамында тамашасыны иғтибар үҙәгендә тотоу һәр кемдең дә хәленән килмәй. 
Күптән танһыҡ йөрәккә үтмәле булды был тамаша. Бына ошондай зауыҡлы, тәрән мәғәнәле, тәрбиәүи көскә эйә, юғары кимәлдәге концерттар күберәк уҙғарылһын ине. 
Салауат атлы мәшһүр композиторҙың йөрәге тибеүҙән иртә туҡтаны. Тик уның моңо өҙөлмәне! Әлфиә Юлсурина кеүек сәхнәгә тоғро һандуғастарыбыҙ барҙа, Салауат Низаметдиновтың йырҙары йәшәйәсәк, әллә күпме тамашасының күңелен дауалаясаҡ әле. 
Динә АЙЫТҠОЛОВА, тамашасы: 
— “Башҡортостан” гәзитендә үткәрелгән викторинала ҡатнашып, ошо күркәм концертҡа ике кешелек саҡырыу билеты отоп һөйөндөм. Яратҡан йырсымдың тамашаһына былай ҙа барырға ине иҫәп. 
Залда янымда 80 йәшен артылған мәрйә ултыра ине. Бүтән милләт кешеһе башҡорт йырҙарын нисек аңлай икән, тип ҡыҙыҡһынып ҡуйҙым. “Юғары сәнғәттең милләте юҡ”, — тип яуапланы ул.
Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb