Юбилей бенефисына классик роль

Юбилей бенефисына классик роль
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшевҡа - 55 йәш. Йәше менән дә, эше менән дә ил ағаһы ҡорона еткән сәхнә оҫтаһын юбилейы менән ҡотлап яңынан-яңы ижади үрҙәр, ныҡлы сәләмәтлек, илһамлы тормош теләйбеҙ!
«Утыҙ йыллыҡ ижад багажымда төрлө пландағы – герой-романтик, тәрән фәлсәфәүи эстәлекле, комик, трагик, психологик ролдәрем бар. Уларҙың барыһы ла миңә берҙәй яҡын һәм ҡәҙерле. Һәр ролем ижадымды тулыландырҙы, актерлыҡ һәләтемде төрлө яҡлап асты. Ләкин һәр актерҙың визит карточкаһына әүерелгән роле була. Минеке иһә - икәү. Улар - Нурлан Абдыҡадыровтың «Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге»ндәге Темуджин һәм Кен Кизиҙың «Кәкүк ояһы» ндағы Макмерфи ролдәре », - тигәйне артист күптән түгел «Киске Өфө» гәзитенә биргән интервьюһында. Ә премьераһы ошо көндәрҙә үткән Ж.Б.Мольерҙың «Һаран» комедияһынан һаранлыҡтың дөйөмләштерелгән образына әйләнгән, үтә лә көлкөлө классик роль Гарпагон - Хөрмәтулла Үтәшевтың 3-сө визит карточкаһы булыр, моғайын, сөнки артистың был роле талантлы башҡарылышы, заманса яңғырашы менән тамашасы күңеленә ятты.
«Һаран» комедияһының (режиссеры - Искәндәр Саҡаев) премераһы 21 март көнө үткән ине. Төп ролдә – Хөрмәтулла Үтәшев. Ә 27 мартта Халыҡ-ара театр көнөндә артист тамашасыларҙы премьера спектакленә - үҙенең 55 йәшлек юбилей бенефисына саҡыра. Рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb