Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Юбилейың менән, актриса!
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Юбилейың менән, актриса!
14 март Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Эльвира Юнысованың күркәм юбилейы айҡанлы Рәлиф Кинйәбаев пьесаһы буйынса «Әбейүшкә@.тущка.ru” заманса комедияһы ҡуйыла.
Актриса был спектаклдә замана үҙгәрештәрен аңларға тырышып, тормошон үҙенсә ыңғай яҡҡа үҙгәртергә тырышып йәшәп ятҡан етеҙ, дәртле ауыл ҡатыны - Рәмзилә ролендә сығыш яһай.
Эльвира Әхтәм ҡыҙы М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры труппаһына 1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң ҡабул ителә. Театрҙа тәүге ролдәре: Әнғәм Атнабаевтың «Хушығыҙ, хыялдарым!» драмаһынан Гөлнәрисә, Мостай Кәримдең «Йәйәүле Мәхмүт» пьесаһынан Зәмзәгөл, А.Чеховтың «Апалы - һеңлеле өсәү» драмаһынан Маша, А.Вампиловтың «Өлкән улым» драмаһынан Макарская, М.Кәрим, Р.Исрафиловтың «Ярлыҡау»ынан Тереза, Т.Миңнуллиндың «Диләфрүзгә дүрт кейәү» комедияһынан Диләфрүз һәм башҡалар тамашасы тарафынан бик йылы ҡабул ителә. Ф.Бүләковтың «Ҡанатланып ос һин, Толпарым!» пьесаһында Гөлнур роле өсөн уға 1991 йылда уға Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзының Бәҙәр Йосопова исемендәге премияһы бирелә, ошо роль менән шул уҡ йылда ул «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара театр фестивале лауреаты була. Актрисаның Флорид Бүләковтың «Бибинур, ах, Бибинур!» әҫәрендәге Бибинур роле Салауат ҡалаһында уҙғарылған «Театр яҙы - 95» фестиваленең «Иң яҡшы ҡатын- ҡыҙ роле» номинацияһында еңеүсе булды. «Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир» (Ф.Кроммелинк) пьесаһынан Стелла , М.Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһынан Шәфәҡ, «Кәкүк ояһы» (К.Кизи) психологик триллерынан мисс Гнусен, Вуди Аллендың «Хәйерле иртә, Энид!», тормош фокустарынан Энид, һуңғы ролдәренән - Я.Пулиновичтың «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр..» спектакленән Жанна һәм башҡа эштәре республикабыҙҙың театр мәҙәниәтендә башҡарыу оҫталығы кимәлен билдәләүсе лайыҡлы ролдәр иҫәбендә.
Эльвира Әхтәм ҡыҙы 2008 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтайҙың мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса Комитет рәисе урынбаҫары булып эшләне.
Актриса төрлө ҡатын- ҡыҙ ролдәрен: эскерһеҙ, нескә тәбиғәтле, көслө рухлы, характерлы, йә булмаһа, гротеск һәм эксцентрика элементтары менән комик ролдәрҙе лә берҙәй оҫта башҡара. Үрҙә әйткәнебеҙсә, юбилей бенефисында Эльвира Юнысова күпән түгел сәхнә күргән, тамашасылар инде яратып өлгөргән «Әбейүшкә@.тущка.ru” заманса комедияһында сығыш яһай.
Беҙ Эльвира Әхтәм ҡыҙын күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлап, артабан да уға ижад шатлыҡтары, сәләмәтлек һәм илһамлы тормош теләйбеҙ!
Сығанаҡ: театр сайтынан алынды.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө