Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Юбиляр шағирәләрҙең шиғри йыйынтыҡтары донъя күрҙе
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Юбиляр шағирәләрҙең шиғри йыйынтыҡтары донъя күрҙе
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә ике юбиляр авторҙың поэмалар һәм шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе.
«Ҡанатлы йөрәк» — Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның алтынсы китабы.
Нескә лиризм менән һуғарылған, юғары гражданлыҡ рухында яҙылған әҫәрҙәр ихласлығы менән күңелде арбай. Үҙенсәлекле шиғриәтенең төп темалары — кеше яҙмышы, тормош асылы, ата-әсәһенә, балаларына, һөйгәненә һәм тәбиғәткә ҡарата оло мөхәббәт.
Шағирә заман һулышын һиҙгер тоя. Поэмалары ғәҙәти булмаған сюжетҡа ҡоролған. Көслө тойғоларҙан, һыҙланыуҙарҙан, уйланыуҙарҙан яралған. Милли колорит һаҡланған әҫәрҙәрҙә заманыбыҙҙың көнүҙәк проблемалары ҡуҙғатыла.
Әлфиә Әсәҙуллина — балалар һәм өлкәндәр өсөн берҙәй уңышлы ижад итеүсе шағирә. Ошо көндәрҙә ул «Хыял осошо» тип исемләнгән сираттағы китабын ҡулына алды.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған был шиғри йыйынтыҡ дәһшәтле һуғыш йылдарын тасуирлаған «Хәтер китабы» поэмаһы менән асыла. Ата-бабаларыбыҙ тиңдәшһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, үҙ ғүмерҙәрен биреп яулаған тыныс тормошобоҙҙағы һәр күренеш авторҙы уйға һала, ҡыуандыра йә көйөндөрә, һоҡландыра йә утҡа һалып йән әрнетә...
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө