«Юлдаш» йыры-2011» республика конкурсының гала-концерты үтте

«Юлдаш» йыры-2011» республика конкурсының  гала-концерты үтте
Ошо көндәрҙә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы ойошторған «Юлдаш» йыры-2011» республика асыҡ конкурсы гала-концерты үтте. «Юлдаш» йыры» республика асыҡ конкурсы быйыл икенсе тапҡыр ойошторола. Быйыл иллегә яҡын кеше үҙ көсөн һынап ҡарарға теләк белдергән. Конкурсанттарҙың сығышын «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров, шағир Хәсән Назар, композитор Юлай Үҙәнбаев, йырсылар Нәзифә Ҡадирова һәм Ғәзим Ильясов кеүек республикабыҙҙың танылған сәнғәт әһелдәре баһаланы. Жюри ағзалары белдереүенсә, бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һәр береһе талантлы, юғары башҡарыу һәләтенә эйә. Шулай ҙа финал концертына бары тик 12 конкурсант һәм бер ижади коллектив һайлап алынған.
Гала-концертта радио хеҙмәткәрҙәре ойошторған ҡыҙыҡлы уйындар ҙа, тамашасыларҙың күңелен бермә-бер күтәрҙе. Билеттар буйынса үткәрелгән лотереяла хатта Төркиәгә путевка отоусы ла булды.
«Юлдаш» йыры-2011» бәйгеһендә I урынды — Өфөнән Резеда Шәрәфетдинова менән Сибайҙан Динар Ласынов, II урынды — Күгәрсендән Урал Бикташев, Сибайҙан Венер Моратов һәм Фәнис Сирбаев, Белореттан Фәриҙә Ноғоманова, III урынды Өфөнән Илдар Нуриев, Бүздәктән Айрат Гәрәев, Мәләүездән Фәүзиә Суфиянова яуланы. Жюри финалға сығыусыларҙы ла төрлө номинацияла билдәләне: «Иң халыҡсан йырсы» — Учалынан Азамат Сәфәрғәлин, «Иң йәш башҡарыусы» — Благоварҙан Альфред Ғабдрахманов, «Асыш һәм ихтирам» — Ғафуриҙан Зөлфирә Дәүләтбаева. Ә инде радио тыңлаусылар Стәрлетамаҡтан «Йөрәктау» ансамбле өсөн иң күп тауыш биргән. Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе композитор Муса Смаков махсус призға лайыҡ булды.
«Башҡортостан» гәзите редакцияһы үҙ бүләген моңло тауышы менән хисләндергән Венер Моратовҡа һәм Фәүзиә Суфияноваға тапшырҙы. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb