Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Юлдаш йыры-2012» саҡыра
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 04 май 2012
«Юлдаш йыры-2012» саҡыра
Йыр кешегә ҡанат ҡуя, көс, йәшәүгә дәрт бирә, ҡайғылы ваҡытта ҡайғыны баҫа, һағышлының һағыштарын тарата, шатлыҡтарҙы, уй-теләктәрҙе йөрәктән-йөрәккә еткерә. Тормошон ҙур сәхнә менән бәйләмәһә лә, йырҙан айырылмаған, күңелдәгеһен йыр аша еткергән замандаштарыбыҙ бик күп. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы быйыл да һәүәҫкәрҙәрҙе республика күләмендәге майҙанға алып сығыу, исемдәрен танытыу, өр-яңы исемдәр асыуҙы дауам итә. Был ижади конкурстың үзенсәлеге – үҙешмәкәр йырсыларҙың башҡарыу дәрәжәһен, артистлыҡ һәләтен күтәреү, композиторҙар һәм йыр авторҙарының эшсәнлеген пропагандалау, уларҙың ижади мөмкинлектәрен үҫтереү.
Конкурс шарттары буйынса унда 16 йәштән 60 йәшкә тиклем башҡарыусылар ҡатнаша ала. Бәйге өс этапта үтә:
Тәүге тур 2012 йылдың 30 апреленә тиклем бара.
Икенсе тур – 1 июлдән 31 августҡа тиклем.
Өсөнсә тур – сентябрь, октябрь айҙары.
Конкурсанттар ике номинацияла ярышасаҡ.
Тәүгеһендә 16-нан 35 йәшкә тиклем, икенсеһендә 36-нан 60 йәшкә тиклем конкурсанттар ҡатнаша ала. Һәр номинацияла өсөнсө, икенсе, беренсе урын һәм Гран-при билдәләү ҡаралған. Быйылғы конкурста яңҡыҙ башҡарыусы, дуэт, трио, квартет һәм ансамблдәр үҙҙәрен һынап ҡарай аласаҡ. Фонограмма яҙҙырыу буйынса ойоштороусылар икенсе турға үткәндәргә ярҙам күрһәтә. Был уңайҙан сифатлы яҙмалар эшләү мөмкинлеге бар.
«Юлдаш йыры-2012» конкурсында ҡатнашыу өсөн өс йыр тәҡдим итергә кәрәк: башҡорт йәки татар халыҡ йыры, патриотик йыр һәм үҙегеҙ һайлаған (яратып башҡарған) йыр.
Бәйләнеш өсөн телефондар:
251-65-79; 273-88-66; 273-40-87.
Йыр-моңға ғашиҡтарҙың барыһын да ижад бәйгеһендә көс һынашырға саҡырабыҙ. Танылыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө