Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Юрий Шевчук: «Сәйәсәт – иң етди һәм иң ҡатмарлы сәнғәт»
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 13 декабрь 2011
Юрий Шевчук: «Сәйәсәт – иң етди һәм иң ҡатмарлы сәнғәт»
— Сәйәсәт – иң етди һәм иң ҡатмарлы сәнғәт. Ул беҙгә йәмғиәттә бергә йәшәргә ярҙам итә, — тип хәбәр итте «ДДТ» төркөмө лидеры Юрий Шевчук Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында.
Баш ҡалала үткәргән көндәренең береһен ул журналистар менән аралашыуға бағышларға ҡарар иткән.
— Кешеләргә сәйәсәттә ысын кеше булып ҡалыуы бик ауыр. Сөнки бында хәлде бөтөнләй икенсе кимәлдә аңлау бара. Глобаль ваҡиғалар кешенең эске сәйәсәтенә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Власть – һәр кеше өсөн бик ауыр һынау. Күп кешеләр илдә йәшәгән халыҡтың тормошон яҡшыртыу маҡсаты менән, изге ниәттәр һәм идеялар менән власҡа килә. Әммә бер-ике йылдан был кешелә үҙгәрештәр башлана. Ул тәнҡитте ишетмәй башлай, үҙ фекере булған кешеләрҙе сығарып, уның менән килешеүселәрҙе генә янына ала башлай. Һин иң аҡыллыһы, тип әйтеп тороусы билдәле бер кешеләр генә уны уратып ала. Был бик ауыр йөк, — тип һөйләне Юрий Шевчук. – Был осраҡта иң мөһиме – тормош тәжрибәһе, үҙ-үҙеңде аңлау һәм, минеңсә, үҙеңде аяуһыҙ тәнҡитләү. Шәхсән үҙем концертым менән ҡәнәғәт түгелмен, Өфөлә сығыш яһауы һәр саҡ ауыр, был минең тыуған ҡалам бит.
Музыканттың матбуғат конференцияһында журналистар күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап алды. Депутатлыҡҡа һайланыу тураһындағы һорауға Юрий Шевчук былай тип яуапланы:
— Был хаҡта уйламаным, мин бик әҙ беләм, иҡтисадты ла төплө аңлап етмәйем. Бында төплө аҡыллы, белемле кеше кәрәк.
Автор: Әлфиә Әһлиуллина
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө