Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Юҡҡа ғына хәтерләмәй Рәсәй...»
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 27 январь 2012
«Юҡҡа ғына хәтерләмәй Рәсәй...»
Любезники-любизар,
Маладис, маладис!
Ҡурайҙа башҡарылған «Любизар» һәм Ватан һуғышына арналған башҡа йырҙар кисә республиканың Хәрби дан музейын яңғыратты. Унда Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған «Юҡҡа ғына хәтерләмәй Рәсәй...» күргәҙмәһе асылды.
Музейға килеп инеү менән шул тарихи осорҙағы хәрбиҙәрсә кейенгән кешеләр осраны. Улар араһында «башҡорттар» ҙа, «урыҫтар» ҙа бар ине. Башҡорт хәрби кейемдәрен — «Төньяҡ амурҙары», ә урыҫтарҙыҡын «Өфө пехота полкы» клубтары ағзалары күрһәтте.
Музейҙың икенсе ҡатында урынлашҡан экспозиция өс өлөштән тора. Тәүгеһендә — график эштәр һәм гравюраларҙың фотокүсермәләре. XIX быуат башындағы билдәле һәм билдәһеҙ авторҙарҙың эштәрендә башҡорт хәрбиҙәре һүрәтләнгән, улар музейҙарҙа һәм республика архивтарында һаҡланған. Икенсе өлөшөндә — хәҙерге ваҡытта үткәрелеп торған хәрби-тарихи реконструкцияларҙа ҡатнашыусыларҙың фотоһүрәттәре. Ә өсөнсөһөндә республиканың хәрби-тарихи клубтарында файҙаланылған атрибуттар, тарихи костюмдар ҡуйылған.
Күргәҙмәне ойоштороусы Хәрби дан музейы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, экспозиция күсмә буласаҡ, уны республиканың күп кенә район һәм ҡалаларында ла күрһәтмәкселәр.
Сараны асыу тантанаһында республиканың Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, хәрби-ватансылыҡ тәрбиәһе биреү клубтарында шөғөлләнеүселәр, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Музей директоры Илшат Үтәев күргәҙмәгә ҡуйылған экспонаттар тураһында һөйләне, уның йыл дауамында эшләйәсәген әйтте. Теләгән һәр кешене, айырыуса йәштәрҙе, килеп танышырға саҡырҙы.
Әлфиә Әйүпова
«Башҡортостан»
гәзитенән
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө