Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Заһир моңо – халыҡ моңо
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Заһир моңо – халыҡ моңо
Уңыш та, дан да күктән төшмәй. Бының өсөн башҡарған эшеңде йәнең-тәнең менән яратыу, көсөңдө йәлләмәй бирелеп хеҙмәт итеү мөһим. Барыһынан да бигерәк ижад кешеһенә кәрәк ошо сифаттар. СССР-ҙың халыҡ артисы, композитор Заһир Исмәғилевтең фиҙакәр хеҙмәте һәм үлемһеҙ әҫәрҙәре тарихҡа уның исемен алтын хәрефтәр менән яҙып ҡалдырҙы.
Заһир моңо – былбыл моңо,
Ҡурай моңо, гөл моңо.
Заһир моңо – халыҡ моңо,
Тыуып үҫкән ил моңо! –
тип яҙғайны Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев. Ысынлап та, мәшһүр композиторыбыҙ ижадында Урал тәбиғәтенең матурлығы ла, башҡорт халҡының ихласлығы, ата-бабаларыбыҙҙан килгән көслө рух та сағылыш таба. Шуға ла уҙған быуаттағы милли сәнғәтебеҙҙең үҫешен Заһир Ғарип улынан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
Арҙаҡлы композиторҙың ижадына арналған тантаналар республикабыҙҙың төрлө төбәгендә уҙғарылып тора. Яңыраҡ тағы бер күркәм сара Заһир Исмәғилевтең тыуған ерендә – Белорет районының Сермән ауылында – үтте. Был юлы композиторҙың йортонда иҫтәлекле яҙыу ҡуйылды. Тантанала Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, республикабыҙҙың Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева, Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.
– Ошо ауылдан сыҡҡан ябай малай үҙ тырышлығы менән ниндәй ҙур уңыштарға өлгәшкән! – тине Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов. – Әлбиттә, тыуған иленә, халҡына сикһеҙ һөйөүе уға шәхес булып үҫергә ҙур көс биргән. Заһир Исмәғилев кеүек арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Бөгөнгө быуын шундай ил ағаларының хеҙмәтен, ижадын белеп үҫергә тейеш.
“Был йортто 1997 йылда район хакимиәте данлыҡлы яҡташыбыҙҙың юбилейы уңайынан бүләк иткәйне, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты район Советы рәйесе Евгений Карепанов. – Опера һәм балет театрының сәхнәһенә сығып өйҙөң һүрәтен күрһәткәс, Заһир ағай шатлығынан беҙҙе ҡосаҡлап алды. Ауылдың үҙәк урамында һалынған бейек өйҙө ул шул тиклем яратты. Һабантуйға ҡайтһа, ошонда рәхәтләнеп ял итә ине”.
Евгений Яковлевич килгән ҡунаҡтарға шатлыҡлы хәбәр ҙә еткерҙе. Баҡтиһәң, Сермәндәге социаль-мәҙәни үҙәк хәҙер Заһир Исмәғилев исемен йөрөтәсәк.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев белдереүенсә, быйыл композиторҙың Сермәндәге йортон төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эш башҡарылған. Был иһә Башҡортостан Президентының 100 мең һумлыҡ гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Үҙ сиратында Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың халыҡ артисы Ләйлә Заһир ҡыҙы Исмәғилева район етәкселегенә атаһының исемен мәңгеләштереү йәһәтенән башҡарған эштәре өсөн сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.
...Заһир Исмәғилевте башҡорт операһына нигеҙ һалыусы тип атайҙар. Эйе, уның юғары рухта яҙылған сәхнә әҫәрҙәре милли сәнғәтебеҙҙе ниндәй бейеклеккә күтәрҙе! “Легендар батыр Салауат тураһында һин яҡшы әҫәр яҙмаһаң, мин яҙмаһам, халыҡ беҙҙе бер ҡасан да кисермәҫ”, — тип әйткән Заһир Ғарип улы Баязит Бикбайға. Ысынлап та, “Салауат Юлаев” операһы — композиторҙың иң мәшһүр әҫәрҙәренең береһе. Бының менән ул милли батырыбыҙҙың исемен тотош Советтар Союзына танытыуға ҙур аҙым яһай.
Заһир Исмәғилев үҙ милләтенең сәсән теленә, бай рухи ҡомартҡыларына, шанлы-данлы тарихына, сәнғәтенә ихтирамлы ҡарашта булған. Ул ижад иткән йөҙәрләгән йыр, романстар, “Салауат Юлаев”, “Шәүрә”, “Ағиҙел тулҡындары”, “Урал илселәре”, “Аҡмулла”, “Ҡаһым түрә” кеүек мәшһүр опералар башҡорт сәнғәтен юғары кимәлгә күтәрҙе. Бының менән ул үҙе лә халыҡ күңелендә түрҙән урын алды.
Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө