Заман геройҙары — Өфөлә

Заман геройҙары — Өфөлә

Беҙҙең замандың геройы ниндәй һуң ул? Ошо һорауға яуапты Өфөлә табырға тырышасаҡтар. Баш ҡалабыҙ V Бөтә Рәсәй “Беҙҙең заман геройы” социаль әһәмиәтле телетапшырыуҙар һәм телефильмдар фестивален ҡабул итә. Рәсәйҙең Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлығы ярҙамы менән Телерадиотапшырыуҙар милли ассоциацияһы ойошторған фестивалдең программаһы бик бай.

Кисә Өфөләге “Азимут” отелендә мәртәбәле сараны асыу тантанаһы булды. Унда Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, сәйәси күҙәтеүсе, журналист, яҙыусы, тарихсы Леонид Млечин һәм башҡалар ҡатнашты.

— Ойоштороусыларға фестивалде үткәреү майҙансығы итеп Башҡортостанды һайлауҙары өсөн рәхмәт. Сара юғары кимәлдә үтеренә, һәр кем үҙенә файҙа алырына ышанам, — тине Борис Мелкоедов.

Фестивалдә ҡатнашыусылар — федераль һәм төбәк телекомпаниялары. Улар жюри иғтибарына бөтәһе 130-ға яҡын эш тәҡдим иткән.

Телефестиваль Башҡортостан телекомпанияларында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Унда Сибай, Дүртөйлө, Дәүләкән, Яңауыл, Учалы, Салауат, Өфө ҡалалары һәм Илеш, Күгәрсен, Мәсетле, Шишмә һәм башҡа райондар ҡатнашырға теләк белдергән.

Фестивалгә ебәрелгән эштәрҙе билдәле тележурналистар һәм кино продюсерҙары баһалаясаҡ, сәйәси тарих һәм сәйәси журналистика, документаль кино һәм телевидение темалары тикшереләсәк, махсус репортаж әҙерләү оҫталығы менән уртаҡлашасаҡтар һәм кино төшөрөүҙәге яңы технологиялар тураһында һөйләйәсәктәр. Конкурстың һөҙөмтәләре шәмбе билдәле буласаҡ, шул уҡ көндө еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтәс

Автор: Әлфиә ӘЙҮПОВА

«Башҡортостан» гәзитенән алынды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb