Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Заман” – төрки донъяһында
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
“Заман” – төрки донъяһында
“Ҡурай” йыр-моң каналы Башҡортостанда II халыҡ-ара “Тюрквидение” конкурсына һайлап алыу туры үткәргәйне. Ун конкурсант араһынан жюри ағзалары “Заман” этно-шоу проектын еңеүсе тип тапты. Улар республика исеменән Ҡазанда “Евровидение”ның төрки донъяһындағы аналогы булған сараға юлланды. Фестивалдә III урынға лайыҡ булды яҡташтарыбыҙ! Мәҙәниәт йылын ябыу тантанаһында министр Әминә Шафиҡова ла “Заман”дарҙың сығышын юғары баһалап, “Ҡурай”ҙың баш мөхәррире Айгөл Әхмәҙиеваға Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.
Ошо уңайҙан “Тюрквидение” конкурсының жюри ағзаһы ла булған Айгөл Уйылдан ҡыҙына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– “Заман”дарҙы сығыш яһауға әҙерләүсе булараҡ, улар менән таныштырығыҙ әле?
– “Заман”дың солисы Әлфиә Ниғмәтуллина Маймонида исемендәге Мәскәү дәүләт классик академияһында III курста белем ала. Йырҙарҙың авторы – уның Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгән әсәһе Венера Ниғмәтуллина. Төркөм ағзаһы Радмир Мөфтәхин дә – Башҡортостан егете, Салауат ҡалаһындағы музыка училищеһынан һуң шулай уҡ Маймонида исемендәге Мәскәү дәүләт классик академияһын тамамлаған. Әле ул аспирантурала уҡый.
– Тамаша ваҡытында “Заман”дарға башҡалар ҙа ярҙам итте?
– Ҡазандағы сығышҡа әҙерләнер өсөн ваҡыт тығыҙ ине, шуға күрә уларҙың төркөмөн ҡурайсы, барабансы менән байытып, сәхнә кейемдәрен алмаштырҙыҡ. Аранжировкаларҙы ла яңырттыҡ. “Арғымаҡ” төркөмө һәр яҡлап “Заман”ға ярҙам итте.
– Конкурста кемдәр ҡатнашты?
– Сараға 25 ил вәкилдәре саҡырылғайны. Тотош төрки донъяһы ҡатнашты, тиһәк тә хата булмаҫ. Быйыл көслө тауышлы йырсылар бик күп ине, һәр береһе ғорур рәүештә иленең флагын юғары күтәреп йөрөнө. Ер шарының 45 телеканалы был конкурсты күрһәтте, 300 миллиондан ашыу тамашасы сараның барышын күҙәтте.
– Һеҙ – жюри ағзаһы ла, еңеүсене һайлауы ауыр булманымы?
– Еңел булды, тип әйтә алмайым. Әммә беренсе урынды яулаған ҡаҙаҡ ҡыҙы барыбыҙҙы ла хайран итте! Ә “Заман”дың уңышы – ул “Ҡурай” каналының ғына түгел, ә тотош Башҡортостандың еңеүе! Беҙ быға бик ҡыуандыҡ. Ҡеүәтләгәндәре, сараға әҙерлек барышында ярҙам күрһәткәндәре өсөн республика Мәҙәниәт министрлығына, шәхсән министр Әминә Шафиҡоваға рәхмәтлебеҙ! Татарстанда йәшәгән шағирә Фирҙәүес Бәширова, ике көн буйы Башҡортостан әләмен күтәреп йөрөгән студенттарыбыҙ беҙҙе әүҙемлеге, ихласлығы менән арбаны.
“Заман”дарҙың ҙур сәхнәләге был тәүге еңеүе. Иң мөһиме – улар, республика алдындағы яуаплылыҡты тәрән тойоп, үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә алды.
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө