Зинира Атнабаева вафат булды

Зинира Атнабаева вафат булды
Башҡортостандың һөнәри сәнғәте һәм мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе — 23 апрелдә БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының күренекле сәхнә оҫтаһы Зинира Ҡасим ҡыҙы Атнабаева 79-сы йәшендә вафат булды. 
З.Ҡ. Атнабаева 1934 йылдың 21 декабрендә Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылында тыуған. Буласаҡ актриса хеҙмәт эшмәкәрлеген мәктәпте тамамлағандан һуң башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай, унан һуң “Кызыл таң” гәзите редакцияһында эшләй. 1954 йылда А.В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтына уҡырға инә, 1959 йылда, уны тамамлағас, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына актриса булып эшкә килә. Театрҙа тәүге аҙымдарын йәш актриса Вәлиулла Ғәлимов, Шәүрә Мортазина, Лек Вәлиев кеүек танылған режиссерҙар менән башлай. Уның тәүге роле ағаһы, билдәле башҡорт драматургы Әнғәм Атнабаевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Ул ҡайтты” спектаклендәге Рәүиә образы була. 
Ярты быуат дауамында Зинира Ҡасим ҡыҙы тамашасыларҙы көлдөрөп тә, илатып та Башҡорт академия театры сәхнәһендә уйнаны. Ошо йылдарҙа ул бик күп комедия образдарын тыуҙырҙы. Оло быуын тамашасылары уның Туцца (Л. Пиранделлоның “Лиола”һында), Рәсилә (Ә. Атнабаевтың “Игеҙәктәр”ендә), имсе Ғилми (М. Ғафуриҙың повесы буйынса ҡуйылған “Ҡара йөҙҙәр”ҙә), Раечка (Ә. Атнабавтың “Законлы никах менән!” спектаклендә) образдарын яҡшы хәтерләй. М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ында Йәмилә менән Уңғанбикә, Н. Ғәйетбайҙың “Әстәғәфирулла”һында Шәмсиә образдары ла тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы. 
1976 йылда поляк режиссеры И.М. Цивиньска СССР-ҙа Польша драматургияһы фестивале уңайынан академия театрында Г. Запольскаяның “Улар дүртәү” трагикомедияһын ҡуйҙы. Ошо спектаклдәге Швея роле өсөн Зинира Атнабаева I дәрәжәләге дипломға лайыҡ булды. 
1979 йылда Башҡорт академия драма театрында режиссер Ш. Мортазина А. Чеховтың “Иванов” драмаһын ҡуя. Тәнҡитселәр билдәләүенсә, “спектакль уңышы менән Зинира Атнабаеваның талантына бурыслы”. Ошо спектакль менән театр Таганрог ҡалаһында А. Чехов драматургияһына арналған Бөтә Рәсәй сәхнә әҫәрҙәре смотрында ла ҡатнаша. Унда актриса Сарра роле өсөн икенсе премияға лайыҡ була. 
Зинира Атнабаева драматик ролдәрҙе лә ҡатын-ҡыҙ психологияһын нескә тойоп башҡарҙы. Ундайҙарға Х. Вуолийокиҙың “Нискавуори ҡатындары” пьесаһы буйынса ҡуйылған “Ят йондоҙ” спектаклендәге Марта, И. Юзеевтың “Һөйгәнемдең тыуған көнө”ндәге тол ҡатын Баныу, Ф. Богдановтың “Атайҙарға хыянат”ындағы Фатиха ролдәре инә. Ф. Бүләковтың “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме” трагикомедияһындағы Фатима роле өсөн Зинира Ҡасим ҡыҙы 1993 йылда Салауат ҡалаһында үткән “Театр яҙы” республика фестивалендә “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында приз менән бүләкләнде. 
Актриса тарафынан һуңғы йылдарҙа тыуҙырылған образдар ҙа ҙур иғтибарға лайыҡ. Ундайҙарға Н. Ғәйетбайҙың “Аты барҙың — дәрте бар”ында Шәмсебикә, М. Кәримдең “Айгөл иле”ндә Миңлекәй, Р. Кинйәбаевтың “Их, Байтимер дуҫ”ында Миңһылыу, Ғ. Шафиҡовтың “Аттила”һында Фатанат инә. Лирик һәләт, ихлас юмор актрисаның актерлыҡ үҙенсәлеген тәшкил итә. 
ГИТИС-тың Башҡортостан студияһын 1959 йылда тамамлаған курсташтарының сәхнә эшмәкәрлегенә 50 йыл тулыу айҡанлы З.Ҡ. Атнабаева “Яҙмыштар. Ролдәр. Яҙмыштар” һәм “Үткәндәр хәтерҙә терелә” тигән китаптар сығарҙы. Ул ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем туған театры менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итте, йәштәрҙең остазы булды, театрҙың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты. 
Һоҡланғыс кеше, сәхнә оҫтаһы, яратҡан актрисабыҙ хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb