Зиннур Ураҡсиндың "Тәҙрә уйыусы" тигән китабы сыҡты

Зиннур Ураҡсиндың "Тәҙрә уйыусы" тигән китабы сыҡты

Академик, төркиәт белгесе Зиннур Ураҡсиндың "Тәҙрә уйыусы" китабына күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтхан Ҡулаев тураһындағы "Тәҙрә уйыусы" тарихи повесы һәм хикәйәләре индерелгән. Ул үҙенең уҡыусыһына уймаҡ хикәйәләре аша яҡшы таныш. Автор әҫәрҙәрендә халыҡыбыҙҙың һөйләшен һәм уй-фекерҙәрен, йәшәү рәүешен сағылдырған мәҡәлдәр, әйтемдәр йыш ҡуллана. 

“Тәҙрә уйыусы” – белеме буйынса табип, телсе-ғалим, тәүге башҡорт алфавитын, башҡорт-рус, рус-башҡорт һүҙлектәрен төҙөүсе, Башҡортостан хөкүмәте рәйесе вазифаһында беренсе автономиябыҙҙы төҙөүгә килешеүгә ҡул ҡуйыусы күренекле сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре Мөхәмәтхан Ҡулаев хаҡында. Әҫәрҙең исеме уңышлы табылған, тип иҫәпләйем. Петр I батшаның Европаға тәҙрә асҡаны ине Мстислав Ҡулаевтың да үҙ халҡының үҙ йортона, йәғни, киләсәгенә тәҙрә асыуына ишаралай. Башҡорттоң бөйөк улдарының береһе хаҡында беҙ сағыштырмаса аҙ беләбеҙ, шуға ла ғалим-филолог Зиннур Ураҡсиндың уның хаҡында художестволы әҫәр ижад итеүе, тарихтағы «аҡ тап»ты бөтөрөүе һис шикһеҙ хуплауға лайыҡ”, − тип билдәләне китаптың баш һүҙендә яҙыусы Әмир Әминев. Китап һөйөүселәргә халыҡыбыҙҙың бөйөк рәссамы Әхмәт Лотфуллин тураһында яҙған “Рәссам”, шулай уҡ “Мәрмәр баҫҡыстар” тип аталған повестары һәм “Еңеү көнөндә тыуған малай” һәм “Ҡаҙан” хикәйәләре тәҡдим ителә. Баҫманы “Китап” нәшриәте магазиндарында һатып алырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb