Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы», Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шәмбе, 10 декабрь 2016
«Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы», Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу
М. Ғафури исемендәге Башҡор академия драма театры һәр миҙгелдә кескәй тамашасылар өсөн Яңы йыл байрамы ойоштора. Шыршы тирәләй Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, төрлө әкиәт геройҙары менән осрашыу балаларҙың көтөп алған тамашаһы. Ә иң мөһиме, сәхнәлә кескәйҙәрҙе Яңы йыл әкиәте көтә. Был юлы балаларға А. Волковтың «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» (Волшебник изумрудного города) тигән әҫәре буйынса спектакль тәҡдим ителә. Режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев. «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» бәләкәстәр (6+) өсөн ысын мәғәнәһендә яңылыҡ! Спектаклдең сәхнә биҙәлеше үҙе ни тора! (Рәссамы - Альберт Нестеров). Мультипликация, заманса тауыш һәм яҡтылыҡ эффекты, сағыу костюмдар, актерҙарҙың сәхнәнән бөркөлгән ихласлығы, эскерһеҙ уйыны, дәртле музыка (композиторы - Урал Иҙелбаев) йыр һәм бейеүҙәр, персонаждарҙың тамашасы менән аралашыуы – барыһы - барыһы ла хас әкиәттәгесә, тылсымлы, мөғжизәле! Шуны ла әйтәйек, «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы»нда тәрбиәүи һүҙ бөгөнгө тиктормаҫ кескәйҙәр үҙҙәре аңлап һығымта яһарлыҡ, ауыҙ асып ҡарарлыҡ кимәлдәге уйын аша бирелә. Спектаклдең хореографы - Бөтә Рәсәй заман бейеүҙәрен ҡуйыусылар конкурстары лауреаты Ю.Андриянов, мультипликатор- Р.Шәрәфетдинов. Әкиәттә бик күп геройҙар ҡатнаша. Спектакль рус һәм башҡорт телдәрендә уйнала. Балалар өсөн Яңы йыл тамашалары: 23 -30 декабрҙә (10.30, 13.00, 15.30 сәғ.), 3-5 ғинуарҙа (10.30, 13.00, 15.30 сәғ.), 6-10 ғинуар(10.30, 13.00 сәғ.) көндәрендә була. Күңелле мәлдәр, шатлыҡлы көндәр һеҙгә, бәләкәстәр һәм ата-әсәләр!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө