Музей директоры Ғиндулла Шәйәхмәтов менән «Сәйетбаба» үҙәге мөдире Рәзим Мәүлетҡолов сәләмләү һүҙе һәм Жәлил Кейекбаев тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән сығыш яһаны, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына тарих-мәҙәниәт үҙәге методисы Рәүилә Лоҡманова.
Ғалимдың яҡташтары, ауыл ағинәйҙәре, Жәлил Кейекбаевҡа туған тейеш кешеләр – 83 йәшлек Мәүлиҙә Фәтҡуллова һәм 78 йәшлек Роза Суфьянова профессор һәм уның бала сағы, йәшлек йылдары һәм фән тауына нисек үрләүе тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Улар йәнә ғалим яратҡан башҡорт йырҙарын башҡарҙы. Ауыл клубы артистары концерт номерҙары әҙерләне.
Ауыл китапханасыһы Гөлшат Вәлиева күренекле яҡташтары тураһында стенд һәм уның тураһындағы китаптарҙан күргәҙмә әҙерләгән. Шулай уҡ Жәлил Кейекбаев тураһындағы китаптарҙан күргәҙмә-сауҙа ла ойошторолдо.
автор: Тимур Рәхмәтуллин
«Башинформ» ИА алынды