Ғазаптарға һалған һуғыш...

Ғазаптарға һалған һуғыш...
«Театр яҙы» фестивалендә А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры Салауат Әбүзәр әҫәре буйынса «Ғүмерлек ғазап» спектаклен сәхнәләштерәсәк.
Ваҡиғалар уҙған быуаттың 70-се йылдарында бара. Төп герой Сәлмән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һуғыш, концлагер мәхшәрен үтеп, имен-һау ҡайтҡан һалдат. Йәшәү тәмен белгән, гөрләтеп донъя көтөргә хыялланған ирҙе тыуған илендә ҡолас йәйеп ҡаршы алмайҙар. Бар бәлә тотҡонлоҡта булыуында. Ауыр һынауҙар үтеп, мөғжизә менән тере ҡалған Сәлмән үҙ ауылында йән ғазабында йәшәргә мәжбүр. Хөкүмәт үҙенә лә, ҡатыны Ғәлимәгә лә, улы Шамилға ла ирек бирмәй: туҡтауһыҙ һорау алыуҙар, ышанмаусанлыҡ, шикләнеү, Еңеү байрамдарына саҡырмау, улының эшкә төшә алмауы... Ә бит Сәлмән хыянатсы түгел, яу яланында күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән, ә тотҡонлоҡҡа эләгеүе... унда бит берәү ҙә теләп эләкмәй. Ғәлимә лә ире өсөн ныҡ борсола...
Режиссеры – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов.
Ролдәрҙә:
Сәлмән – БР-ҙың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин;
БР-ҙың атҡаҙанған артисы Юнир Ғәйнуллин.
Ғәлимә – БР-ҙың халыҡ артисткаһы Рәмилә Хоҙайғолова;
БР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Әлфирә Йосопова.
Шамил – Морат Амантаев;
Юнир Мансуров.
Сәкинә – Дания Ғөбәйҙуллина.
Шулай уҡ Илгиз Әбдрәшитов, Урал Зәйнуллин, Венер Сөнәғәтов, Салават Вәлиев, Эльмира Тимерова.
Спектакль 8 апрель 19.00 сәғәттә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә ҡуйыласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb