Ғ.Хөсәйеновтың 85 йәше айҡанлы ғилми-ғәмәли конференция

Ғ.Хөсәйеновтың 85 йәше айҡанлы ғилми-ғәмәли конференция
18 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының тамаша залында «Күп милләтле дәүләт шарттарында туған телде, әҙәбиәтте һаҡлау һәм үҫтереү: проблемалар һәм перспективалар» тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыла. 
Конференция Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, академик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновҡа 85 йәш тулыуға арнала. Уның эшендә Башҡортостан, Рәсәй һәм сит ил ғалимдары ҡатнаша.
Башҡорт әҙәбиәт ғилеменең тәүге тәжрибәләрҙән алып бөгөнгө юғарылығына тиклемге юлын байҡағанда, ошо эшкә күп көс һалған ғалимдар рәтендә Ғайса Хөсәйенов хеҙмәттәре оло ижад донъяһы булып күҙ алдына баҫа. Ул — бик күп фәнни хеҙмәттәр, уҡыу әсбаптары, әҫәрҙәр, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре авторы.
Автор: С. НӘЗИРОВ
Сығанаҡ: «Башҡортостан » гәзите 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb