Ғәскәровсылар бит улар!

Ғәскәровсылар бит улар!
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле 75 йыллыҡ юбилейын Өфөләге концерт менән билдәләне.
Эшмәкәрлек йылдарында Башҡортостан коллективы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҙур танылыу яулап өлгөрҙө. Бөгөн уның репертуарына донъя халыҡтарының тиҫтәләрсә бейеүе инә. 
Башҡорт дәүләт бейеү ансамбле 1939 йылда Башҡорт опера һәм балет театрының төп артис­тарының береһе Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәровтың башланғысы менән ойошторола. Йәш башҡарыу­сыларҙың тәүге репетициялары Луначарский исемендәге баҡсаның сәхнә майҙансығында үтә. Һуңыраҡ улар Башҡорт дәүләт филармонияһына күсә. 1940 йылдың йәйендә ансамбль Башҡортостан райондары, Силәбе, Магнитогорск ҡалалары буйлап тәүге гастролдәргә сыға. Ижади коллектив бер нисә тапҡыр абруйлы бәйге лауреаты була. Бейеүселәр быуыны алмашына тора, ләкин ғәскәровсыларҙың башҡарыу стиле, оҫталығы үҙгәрмәй. 1988 йылда халыҡ бейеүҙәре коллективына – Фәйзи Ғәскәров, 1996 йылда академия ансамбле исеме бирелә. Бөгөн ул Рәсәй Федерацияһында һөнәри хореография сәнғәте алдынғы­лары­ның береһе булып тора.
Автор: Р. ИБРАҺИМОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb