Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Ҡайт ҡотом – һорай ҡотом!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Ҡайт ҡотом – һорай ҡотом!
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы “Асыҡ ишектәр көнө” барышында башҡорт филологияһы факультеты “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү флешмобын уҙғарҙы.
Сәсәниә, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева етәкселегендәге Сәсәндәр мәктәбе эпостан өҙөктәр ятлап, мәшһүр әҫәр тураһында мәғлүмәт бирҙе. Тәнҡитсе, филология фәндәре кандидаты, доцент Зәки Әлибаев Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа “Халыҡ сәсәне” исемен ҡайтарыуҙы һорап яҙылған хатты ла уҡыны. Йәш артист Илдар Шәрипов “Каруанһарай” көйөн ҡурайҙа уйнап ишеттерһә, башҡорт филологияһы факультеты студенттары башҡарыуында “Ҡобайыр” бейеүе тамашасы күңеленә хуш килде. Әйткәндәй, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса сара Учалы һәм Йылайыр райондарында ошо көндәрҙә уҙған, шулай уҡ Белорет һәм Сибай ҡалаларында ла үткәрергә йыйыналар.
Сараның төп маҡсаты – халҡыбыҙҙың изге ҡомартҡыһын һаҡлау, пропагандалау, йәш быуынға еткереү. Форсаттан файҙаланып, башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре кандидаты, профессор Луиза Сәмситова уҡыу йортоноң әһәмиәтен билдәләне, ҡаҙаныштары менән таныштырҙы һәм сығарылыш класс уҡыусыларын ошонда белем алырға саҡырҙы.
Халҡыбыҙҙың мифологик эпосын яттан һөйләү флешмобы тантанаһының һуңында, мәшһүр сәсәниәбеҙ Розалия Солтангәрәеваның отҡор һүҙҙәренә эйәреп, барыһы ла “яҡшылыҡ булһын атығыҙ” тигән киң билдәле юлдарҙы ятлап, ҡулға-ҡул тотоношоп, халыҡҡа ҡот һораны:
Ҡайт ҡотом – һорай ҡотом,
Һине көтә башҡортом!”
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө