2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
"Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа" фольклор комедияһына рәхим итегеҙ!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 04 декабрь 2012
"Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа" фольклор комедияһына рәхим итегеҙ!
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы тиҙҙән тамашасы иғтибарына өр-яңы спектакль тәҡдим итәсәк. Флорид Бүләков әҫәре буйынса ҡуйылған "Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа" тип аталған фольклор комедия театр һөйөүселәрҙе тап ошо жанрҙа көлдөрмәксе.
Комедияның ҡуйыусы-режиссеры БР-ҙың Ш. Бабич исемендәге Йәштәр премияһы лауреаты - Рөстәм Хәкимов, рәссамы - Владимир Королев, балетмейстер - Рәмизә Мөхәмәтшина, хормейстер - Афарим Аҡсурин, композитор - Ришат Сәғитов.
Шулай уҡ спектаклдә театр актерҙары - Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмилә Сәлимгәрәева, Вәкилә Ҡалмантаева, Мәғәфүр Усманов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәғим Нурғәлин, Венер Камалов, Альбина Кашанова, Эльмира Саматова, шулай уҡ йәш, әммә үҙҙәрен танытып өлгөргән актерҙар - Рәмзил Сәлмәнов, Гөлшат Ғайсина, Илнур Лоҡманов, Шәһит Хамматов, Лилиә Исҡужина, Радмир Абдуллин, Ләйсән Миңлеғәлиева, Аида Күлбаева, Илгиз Таһировтарҙы күрергә мөмкин.
Яуызлыҡты яҡшылыҡ менән еңеп булған кеүек, Байназар кеүек ҡомһоҙ байҙы ла урынына ултыртырға була. Шомбайҙың ни рәүешле ҡоҙа булып китеүен, уның байҙы нисек еңеүен һәм һуңынан барыһын да бәхеткә илтеүен күргегеҙ килһә, 7, 8 декабрь көндө Милли йәштәр театрына, "Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа" фольклор комедияһына рәхим итегеҙ!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфөлә башҡорт әҙәбиәтенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшереләсәк
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостан оҫталары Рәсәйҙәге абруйлы конкурста еңеүҙәр яуланы
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы
Дүшәмбе, 24 ноябрь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө