Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Ҡатын-ҡыҙ мажаралары»
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 25 февраль 2013
«Ҡатын-ҡыҙ мажаралары»
«Башҡорт йыры» проектын халыҡ бик яратып ҡабул итте. Ул башҡа конкурстарҙан шуныһы менән айырыла: унда халыҡ йырҙарын еренә еткереп йырлай алған 15 йәштән 35 йәшкә тиклемге профессиональ йырсылар ҡатнаша. Уларҙың сығыштарын абруйлы жюри баһалай. Ҡатнашыусылар моңло тауыш, сәхнә күркәмлелеге менән бер рәттән халыҡ йырҙарының тарихын белергә тейеш. Проект авторы Рита Өмөтбаева башҡорт музыкаһын пропагандалау, һәләтле, талантлы йәш йырсыларҙы табыу һәм уларҙың ижадын үҫтерергә ярҙам итеү кеүек маҡсаттар ҡуя. «Башҡорт йыры» Башҡорт юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа йыл буйына бара һәм гала-концерт менән тамамлана.
Проект авторҙары иҫтәлекле байрамдарға арналған концерттар ҙа ҡуя: 25 февраль «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында «Ҡатын-ҡыҙ мажаралары» тип аталған программа көтөлә. Күптән танылыу яулаған оло артистар менән һәләтле йәш йырсылар бер сәхнәлә сығыш яһайҙар. Концерт матур, моңло номерҙарға бай булмаҡсы: Башҡортостандың халыҡ артистары Азамат Тимеров, Фәдис Ғәниев, Әлфиә Юлсурина, Римма Амангилдина, атҡаҙанған артистар Лилиә Биктимерова, Сәғиҙулла Байегет, Нәсимә Тимерова, өмөтлө йырсылар Радмир Туйсин, Ғаяз Ғәйетбаев, Фәриҙә Ғаззалова, Рөстәм Шаһыбалов, Иҙел Аралбаев, Гөлсөм Бикбулатова һ.б. тамашасыны йәнә ҡыуандырасаҡ. Концерт барышында путевкалар, лотореялар уйнатыласаҡ. Йырлы-моңло тамашанан ситтә ҡалмағыҙ! «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө