Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Ҡазанда Башҡортостан данын "Заман" төркөмө яҡлаясаҡ
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Ҡазанда Башҡортостан данын "Заман" төркөмө яҡлаясаҡ
Өфөлә Turkvision халыҡ-ара йыр конкурсының һайлап алыу туры үтте. 20 ил, ике тиҫтәләп йыр, 300 миллиондан ашыу тамашасы - быйыл конкурс төрки донъяның быйылғы мәҙәни баш ҡалаһы исемен алған Ҡазанда уҙасаҡ. Әле күләмле сараға әҙерлек бара. Төрки илдәрҙең барыһында ла тиерлек халыҡ-ара конкурстың һайлап алыу турҙары үтә. Фестивалгә «Ҡурай» йыр-моң каналы ла үҙ йырсыһын тәҡдим итте.
Бәйгелә ете конкурсант һынау тотто. Улар араһында тамашасыға бик үк билдәле булмаған йырсылар ҙа, халыҡ араһында киң танылыу яулағандары ла бар. Барыһы ла «тере тауыш»ҡа йырланы. Улар араһында башҡорт халыҡ йырҙарын заманса башҡарыусылар ҙа, сит ил хиттарын йырлаусылар ҙа булды.
«Ҡурай» йыр-моң каналы - төрки халыҡтарҙың заманса музыкаль сәнғәтен пропагандалаған, милли мәҙәниәтте байытҡан проект партнеры. Turkvision конкурсы ла башҡорт эстрадаһын донъяуи йыр-моң даирәһенә юл асыуҙың бер аҙымы. Төрки донъяның быйылғы мәҙәни үҙәге Ҡазанда үтәсәк йыр бәйгеһендә Башҡортостан данын яҡлау хоҡуғына «Заман» этно-проекты лайыҡ булды.
Turkvision конкурсы «Ҡурай» дуҫтарын йыя» исеме аҫтында үтте. Башҡорт сәнғәтенә ғашиҡтар, төрки донъя мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн йәнле аралашыу онотолмаҫлыҡ кисерештәр, рухи байрам бүләк итте. Халыҡ тамашанан ҡәнәғәт ҡалды.
«Заман» төркөмөн алда тағы ла сәмле һынау көтә. Ҡазан ҡалаһында уҙасаҡ «Евровидение» аналогының ярымфиналы 19 ноябргә, ә финал 21-нә билдәләнгән. Конкурс шарттарының береһе - унда тәҡдим ителәсәк йырҙың бер ҡайҙа ла яңғырамауы, уны «тере» тауышҡа башҡарыу шарт. Тимәк, моң һөйөүселәр гел яңы әҫәрҙәр һәм ысын тауышҡа башҡарылған эстрада йырҙарын тыңлаясаҡ.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө