Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«ҠОШ ЮЛЫ» гитарала уйнап йырлаусыларҙың I асыҡ конкурсы
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 03 май 2012
«ҠОШ ЮЛЫ» гитарала уйнап йырлаусыларҙың I асыҡ конкурсы
Шоңҡар» журналы һәм «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы өр-яңы проект «ҠОШ ЮЛЫ» гитарала уйнап йырлаусыларҙың I асыҡ конкурсын тәҡдим итә. 20 марттан 1 июнгә тиклем барасаҡ был музыкаль бәйгелә 16 йәше тулған һәр кем ҡатнаша ала. Уның өсөн тик бер генә шарт: гитарала уйнап башҡорт телендә бер йыр йырлап, видеоға төшөрөргә һәм махсус ошо бәйге өсөн асылған vk.com/bashgitara битендәге видеоальбомға һалырға тейеш. Шул ғына… Ә ҡалғаны – үтә лә талапсан жюри ҡарамағанда. Уның составы «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы һәм «Шоңҡар» журналы хеҙмәткәрҙәренән, профессиональ музыка белгестәренән ғибәрәт. Уларҙың исемлеге 1 майға иғлан ителәсәк. Был абруйлы баһалама комиссия ағзалары өс призлы урын (I, II, III урындар) яулаусыларҙы билдәләйәсәк. Еңеүселеләргә бүләккә - акустик гитаралар. Бынан тыш, тағы ла төп бер урын – тамашасы һөйөүе призына лайыҡ булыусы асыҡланасаҡ. Уның эйәһе һәр сығыш яһаусының видеояҙмаһы аҫтындағы «йөрәктәр» һанына ҡарап билдәләнә.
Рәхим итегеҙ, гитараның тылсымлы ҡылдарын тирбәтеүселәр, моңло тауышлылар һәм башҡорт Интернет яҫылығының яңы геройҙары. Һеҙҙе киң күңелле тамашасылар, көслө алҡыштар һәм ҡайнар «йөрәктәр» көтә.
Гитарала уйнап йырлаусыларҙың I асыҡ конкурсының финалы йәмле Ейәнсура районының мөғжизәле тәбиғәт ҡосағында үтәсәк «Ҡош юлы» фестивале рәүешендә буласаҡ.
P.S. Конкурсты ойоштороусылар һәм жюри ағзалары тарафынан йәнә лә яңы номинациялар һәм яңы бүләктәрҙең өҫтәлеүе бик тә ихтимал.
Үҙҙәре ижад иткән йырҙарҙы башҡарыусыларға, социаль-ижтимағи йүнәлешле йырҙарға айырым иғтибар биреләсәк.
Сығанаҡ:
«Шоңҡар»
журналы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
«Ҡош юлы» Гитарала уйнап йырлаусыларҙың II асыҡ конкурсы
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө