Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ошо исем аҫтында байрам кисәһе ойошторола. Сараға интеллектуаль һәм телмәр ҡыйынлыҡтары кисергән малай һәм ҡыҙҙар саҡырыла. Байрамдың маҡсаты – балаларға тормошта үҙҙәренең урының табырға ярҙамлашыу, бер-береһе менән аралашыу мөмкинлеге биреү. Кисә барышында балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн концерт, төрлө уйындар, бүләктәр биреү һәм сәй табыны ойошторола.