Өфөнөң «Ҡунаҡһарай» сауҙа-эш комплексында ижади күргәҙмә асылды.
Юрий Астафьев етәкселегендәге фотостудия тамашасы хөкөмөнә ете фоторәссамдың өс тиҫтәнән ашыу эшен тәҡдим итә.
Фотостудияла шөғөлләнеүселәрҙең был өсөнсө күргәҙмәһе. Бында балалар ҙа әүҙем шөғөлләнә. Мәҫәлән, София Бәҙәмшинаға ни бары туғыҙ йәш. Ул тәбиғәттең ҡыҙыҡлы, бер үк ваҡытта һоҡланғыс мәлдәрен кадрға алырға тырыша. Экспозиция 7 мартҡа тиклем эшләй.
Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы