Ҡурайы юҡтың өнө юҡ, өнө юҡтың көнө юҡ, тиҙәр халҡыбыҙҙа. Ысынлап та, башҡорттоң асылын, көнитмешен, мәҙәни мөхитен милли музыка ҡоралынан тыш айырып ҡарау мөмкин түгел. Заманалар ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ҡурайҙың әһәмиәте һис кәмемәй.
Ә инде был “мөғжизәүи моң сығышы” менән оҫта эш итә белеүсе йәмғиәт тә оло хөрмәт ҡаҙана.
Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында халҡыбыҙҙың аҫыл улдарының береһе, танылған ҡурайсы, педагог Әҙһәм Исҡужин исемендәге III асыҡ ҡала бәйгеһенең Гала-концерты булып үтте. Ҡала хакимиәте менән Башҡортостандың ҡурайсылар союзы берлектә ойошторған сарала республикабыҙҙың Баймаҡ, Туймазы, Хәйбулла, Дүртөйлө, Белорет, Әбйәлил, Балтас, Өфө райондарынан, шулай уҡ Мари Иле Республикаһы, Ырымбур өлкәһенән конкурсанттар ҡатнашып, тамашасыларҙы ҡабатланмаҫ моң бишегендә бәүелтте.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әҙһәм Исҡужиндың исемен мәңгеләштереүҙе, йәштәрҙә халыҡ ижадына ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙе, ҡурайҙы пропагандалауҙы төп маҡсат итеп ҡуйған конкурста, ғәҙәттәгесә, талаптар ябайҙан булманы.
Ҡатнашыусыларға ҡурайҙа оҫта уйнауҙан тыш, халыҡ көйөнөң килеп сығышы тарихын, уның төрлө варианттарын белеү, өзләү зарур ине.
— Конкурста 16 йәшкә тиклемге ҡурайсылар ҙа, өлкәндәрҙән үрнәк алып, ҙур теләк менән ҡатнашты. Тимәк, бына тигән алмаш үҫә, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты баһалама төркөмө рәйесе, танылған ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов.
Мәртәбәле бәйгенең төп призына Баймаҡ егете Иҙел Аралбаев лайыҡ булды. Уға 20 мең һум аҡса һәм Баймаҡ районы хакимиәтенең затлы бүләге — арғымаҡ тапшырылды. Конкурсанттарҙың иң олоһо — Белорет районының Сермән ауылынан Әсҡәт Хәйернуровҡа II урын бирелде.
Йәш быуын ҡурайсылар араһынан Өфөнән Айназ Низаметдинов, Арыҫлан Оморҙаҡов, Әлмир Суриндар беренселекте алды.
Бынан тыш, күптәр махсус приз менән бүләкләнеп, дипломант һәм лауреат исемен алып һөйөндө. Дәртле халыҡтың моңло бәйгеһе яңынан-яңы таланттарҙы асты.
Авторы: Б. АЙГИЗОВ
«Башҡортостан» гәзитенән