Ҡурай моңдары «Культура» телеканалында яңғыраясаҡ

Ҡурай моңдары «Культура» телеканалында яңғыраясаҡ

Ошо көндәрҙә билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев коллективы менән Мәскәүҙә булып ҡайтҡан. Баш ҡалала улар «Культура» бөтә Рәсәй телеканалының халыҡ-ара этно-фолк-рок халыҡ ижады фестивален төшөрөүҙә ҡатнашҡан, унда Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең иң яҡшы коллективтары сығыш яһаған. Улар иҫәбендә — «Терем квартет», «Пелагея» төркөмө, Игорь Моисеев исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Якутиянан «Айархаан» этник ансамбле һәм башҡалар. Билдәле булыуынса, Роберт Юлдашев командаһы фестивалдә «Сыңрау торна» боронғо башҡорт халыҡ көйөн уйнаған.

«Культура» телеканалында фестиваль декабрь айында күрһәтеләсәк.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb