Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Ҡурай” – ул зауыҡ билдәһе!
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 29 октябрь 2014
“Ҡурай” – ул зауыҡ билдәһе!
“Ҡурай” каналы үҙенең биш йыллыҡ юбилейын билдәләй. Бер ҡараһаң, кескенә дата, әммә ошо ваҡыт арауығында ул милли тамашасыһын тапты, төрки донъяһы майҙанына юл ярҙы. Каналдың етәксеһе Айгөл Уйылдан ҡыҙы ӘХМӘҘИЕВА менән ошо хаҡта һөйләшәбеҙ.
– Ниндәй маҡсат менән ойошторолдо “Ҡурай” каналы?
– Канал 2009 йылдың 11 октябрендә “БСТ+” исеме менән эфирға сыға башлай. Башта тапшырыуҙарҙы кабель телеведениеһынан ғына, ә 2010 йылдың майынан спутник аша ла ҡарау мөмкинлеге тыуҙы. Аллаға шөкөр тип әйтәйек, бөгөн беҙҙе Рәсәйҙә Калининградтан алып Көньяҡ Сахалинғаса, шулай уҡ Көнсығыш Европа, Скандинавия илдәре, Яҡын Көнсығыш, Кавказ, Урта Азия халыҡтары, республикала һәр районда кабель селтәрҙәре, шәхси юлдаш комплекстары аша бушлай ҡарап була. Бушлай тип баҫым яһап әйтәм, сөнки бөгөн ҡайһы бер каналдарҙы тотоу өсөн операторҙар айырым аҡса һораған осраҡтар ҙа юҡ түгел.
Башҡорт телевидениеһының даирәһен киңәйтеү, заманса башҡорт мәҙәниәтен таратыу, Рәсәй мәҙәни баҙар сиктәренә сығыу ниәтенән барлыҡҡа килде был канал. Тәүге көндәрҙән үк тап аҫаба халыҡтың рухи, мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү төп маҡсат итеп ҡуйылды. Даими ҡарап барғандар иғтибар иткәндер, беҙҙә башҡорт йырсылары, бейеүселәре, башҡа төр сәнғәт әһелдәре майҙан тота. “Ҡурай” каналында әленән-әле яңы проекттар сығып тора. Шуларҙың иғтибарҙы йәлеп иткәне – тыуған Башҡортостаныбыҙҙың башҡорт телендә йырлаған артистарының ижадын яҡтыртыу. Шулай уҡ төрки илдәрҙең йырсылары ла яңы видеоклиптар аша беҙҙең тамашасы күңеленә юл яра. Бер ҡараһаң, төрки халыҡтар бер тамырҙан сыҡҡан, ә бына вокал сәнғәте аша таныша башлаһаҡ, милләттәрҙең үҙенсәлеге, тап йыр сәнғәте аша халыҡ асылы күҙгә ташлана. Симфоник музыка концерттары, милли музыка ҡоралдары сығышы ла, йәштәрҙең өр-яңы сығыштары, башҡортса фильмдар — былар барыһы ла үҙебеҙҙең тамашасыға тәҡдим ителә.
– Тимәк, сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән “Ҡурай” аша рухи бәйләнештәр нығытыла?
– Эйе, был – беҙҙең ғорурлығыбыҙ ҙа, ҡаҙанышыбыҙ ҙа, сөнки халҡыбыҙ вәкилдәренә туған телдәге тапшырыуҙар ҙа, йырҙар ҙа, яңы милли проекттар ҙа ҡитғалар аша барып етә. Беҙгә рәхмәттәрен еткергәндәр ҙә, теләктәрен белдергәндәр ҙә бар. Бигерәк тә клиптар менән бирелгән халыҡ йырҙары тамашасы күңеленә хуш килә. Күҙ алдында тарих терелгәндәй булды, тигән фекер әйткәндәр ҙә беҙҙең эшебеҙгә ҡеүәт өҫтәй.
– Исеменә туҡталғанда?..
– Башҡортостан флагында һүрәтләнгән ҡурай ниндәй тәрән мәғәнәгә эйә булһа, беҙҙең каналдың йөкмәткеһе, мәғәнәүи тәғәйенләнеше лә шундай уҡ мөҡәддәс ниәтле, уй-хыяллы, тип әйтергә йөрьәт итәм. Ҡурай – ул милли асыл, ҡурай – ул халыҡтар дуҫлығы, заманса, мәҙәни кимәлдә аралашыу, ҡурай – ул моң, юғары зауыҡ һәм тәрән тамырҙар.
– Канал һуңғы осорҙа төрки донъяһына йылдам аҙымдар яһай.
– Каналдың даирәһен киңәйтеү, киләсәктә төрки халыҡтары араһында бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында Төркиәнең Истанбул ҡалаһына барып, төрөк музыкаһын берләштергән Turkish Musik box каналы менән танышып, килешеү төҙөп ҡайттыҡ. Был канал “ТөркСОЙ” ярҙамы менән 2009 йылдан эшләй. Төрки дәүләттәрен берләштергән “ТөркСОЙ” дәүләт-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү менән шөғөлләнә. Иғтибар иткәндәр, моғайын, барҙыр – беҙҙең каналда бөгөн байтаҡ төрки илдәренең йәш йырсылары сығышы даими рәүештә эфирға бирелә.
Шулай уҡ ТМВ каналы аша беҙҙең йырсылар ҙа донъяның 19 илендә эфирға сыға. Башҡортостан данын яҡларлыҡ йәштәребеҙ ҙә, урта быуын йырсылары ла бик күп. 2013 йылдан алып “Ҡурай” – “Тюрквидение” конкурсының Башҡортостандағы рәсми партнеры. Беҙ был сараға йырсылар һайлап ебәрәбеҙ. Һуңғы сара Төркиәнең Иҫкешәһәр ҡалаһында ойошторолғайны. Каналдың баш мөхәррире булараҡ, төрки дәүләттәренең музыка конкурстарында халыҡ-ара жюри ағзаһымын. Быйыл сара Татарстандың Ҡазан ҡалаһында үтә, унда ҡатнашасаҡ йырсы 30 октябрҙә “Ҡурай” дуҫтарын йыя” байрамында билдәләнәсәк. Был әле ҙур эштәрҙең башланып торған ғына сағы, киләсәктә бәйләнештәр даирәһе киңәйер, тип уйлайбыҙ.
– Бөгөн бик күп үҙәк каналдар күңел асыу тапшырыуҙарына өҫтөнлөк бирә...
– Беҙ ҙә улай эшләй алыр инек, әммә, алда әйткәнемсә, халыҡтың асылын сағылдырған, юғары зауыҡ тәрбиәләгән каналдар һирәгәйгән мәлдә, беҙҙең “Ҡурай” ниндәйҙер бер рухи утрау кеүек тойолалыр. Шуны ла әйтеп үтер инем: беҙ йыр-моң менән сикләнеп ҡалмайбыҙ. Рәсәй кимәлендә 2015 йылға илдең һәр гражданы 24 телеканал ҡарау хоҡуғына эйә булырға тейеш тигән маҡсат ҡуйылған. Каналдар араһында, әлбиттә, төбәктәрҙең булыуы ла шарт. Ошо 24-тең бер нисәүһе башҡортса тапшырыу алып барһа, шәп булыр ине. “Ҡурай”ҙың ошо исемлектә булыуы бик ихтимал.
Икенсенән, каналыбыҙ мәғрифәт, социаль йүнәлештәге эштәр ҙә атҡара. 2010 йылдың июнендә — “Йондоҙҙар” — балаларға”, 2010 йылдың сентябрендә – “Һаумы, студент!”, “Иман нуры – халҡыма” хәйриә акциялары, йылдың-йылы йәштәр өсөн ойошторолған “Наза” дискотекаһы, һабантуйҙар халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. “Ҡурай” дуҫтарын йыя” тип аталған халыҡ-ара концерт-презентацияһы 2012 йылдан уҙғарыла. Бына быйыл да, ҡунаҡтар саҡырып, шундай уҡ ҙур байрам ойоштормаҡсыбыҙ. Кисәгә Ҡаҙағстан, Азербайжан, Яҡут-Саха, Ҡырғыҙстан, Төркиә дәүләттәренән йырсылар саҡырылған. Һәр сараның нигеҙендә фәһемле фекер ҙә ята. Беҙҙең өсөн, халыҡтың зауығын ҡәнәғәтләндереү менән бергә, халыҡ-ара кимәлдәге аралашыу даирәһен киңәйтеү ҙә мөһим. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау үҫеште тотҡарлай.
– “Ҡурай” каналында киң билдәле совет фильмдары ла күрһәтелә. Уларҙы башҡортсаға ауҙарып, башҡорт артистары текстарҙы уҡый. Был күренеш шулай уҡ халыҡ иғтибарынан ситтә ҡалманы...
– Ситтә ҡалманы ғына түгел, хатта ҙур резонанс уятты, тип әйтер инем. Беҙ битараф булмаған тамашасыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ, һәр әйтелгән фекер беҙҙең бер урында тапанмауыбыҙ хаҡында һөйләй. Ҡайһы берәүҙәр, ул фильмдарҙы тәржемә итеү кәрәкмәй, тип иҫәпләй. Икенселәр, киреһенсә, бик яратып ҡабул ҡылды был мәҙәни аҙымды. Беҙ тамашасы фекерен өйрәнеп, шундай һығымта яһаныҡ – был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ, төрлө илдәрҙә, төрлө йылдарҙа, төрлө телдәрҙә сыҡҡан фильмдарҙың башҡортса яңғырауы шулай уҡ телебеҙгә ҡарата мөнәсәбәтте сағылдыра. Был – ижади эш. “Ҡурай” каналы аша беҙ башҡорт һүҙ сәнғәтенә ҡарата һөйөү ҙә тәрбиәләйбеҙ. Әгәр инде ул фильмдарҙы төп нөсхәлә ҡарарға теләгәндәр бар икән, рәхим итһендәр, каналдар ҙа күп, видеофильмдар ҙа һатыуҙа бар. Ә беҙҙең маҡсат – милли канал талаптарына, үҙ тамашасыбыҙ зауығына яуап биреү.
– Каналда йәнә лә иғтибарҙы йәлеп иткән нәмә – көнкүреш тауарҙарын рекламалау юҡ. Был – изге йола тип әйтер инем хатта – киләсәктә һаҡланырмы икән?
– Эйе, тап шулай, алда әйткәнемсә, халыҡта зауыҡ тәрбиәләгән каналда, сәнғәт, мәҙәниәт хаҡында иғландарҙан, анонстарҙан тыш, башҡа төр рекламаға ҡаршымын. Ҡулыбыҙҙан килгәнгә тиклем каналды саф көйөнә һаҡларға тырышасаҡбыҙ. Милли йолалар, башҡортса спектаклдәр, йырҙар, бейеү байрамдары күрһәтелгән каналдың, сәхнә кеүек, юғары тороуы мөһим. “Ҡурай” – ул кимәл билдәләүсе, сәнғәт юғарылығын тотоусы майҙан.
– Киләһе йылды Рәсәйҙә Әҙәбиәт йылы тип иғлан иттеләр. Моғайын, милли каналда эшләүселәрҙең яңы ниәттәре лә барҙыр?
– Әлбиттә, яңы проекттар бар, беҙ уларҙы яйлап тормошҡа ашыра башланыҡ та инде. Мәҫәлән, шағирҙар үҙ әҫәрҙәрен үҙҙәре уҡый, әммә беҙ күреп өйрәнгән мөхиттә түгел, ә шиғыр йөкмәткеһенә ярашлы, махсус декорациялар ҙа ҡулланыласаҡ. Унан тыш, сценарийға нигеҙләнгән шиғыр һәм йыр байрамдары ла күҙ уңында тотола. Бөтәһен дә алдан әйтмәй торайыҡ, тамашасылар беҙҙең каналды күҙәтеп барһын!
Тамашасыларыбыҙҙы 30 октябҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Ҡурай” дуҫтарын йыя” байрамында көтөп ҡалабыҙ.
Башҡорт сәнғәтенә ғашиҡтар, төрки мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн йәнле аралашыу онотолмаҫлыҡ кисерештәр, рухи ныҡлыҡ, кәйеф көрлөгө бүләк итер.
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө