Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Ҡырмыҫҡалы районында «Любезники, любизар» театрлаштырылған халыҡ ижады байрамы үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 13 июнь 2012
Ҡырмыҫҡалы районында «Любезники, любизар» театрлаштырылған халыҡ ижады байрамы үтте
10 июндә Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылында «Любезники, любизар» театрлаштырылған халыҡ ижады байрамы, 1812 йылғы Ватан һуғышының тарихи реконструкцияһы һәм һабантуй үтте.
Был матур сараға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың да килеүе оло мәртәбә өҫтәне. Райондың Һабантуй байрамы башланыр алдынан ул тирмәләрҙе ҡараны, ауыл халҡын сәсеү тамамланыуға бағышланған байрам менән ҡотланы.
Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған төп сара Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, республика Халыҡ ижады үҙәге, Ҡырмыҫҡалы муниципаль районы хакимиәте тарафынан ойошторолдо. Сәхнәләштереүҙә драма театрҙары артистары, Архангел, Өфө, Иглин, Дәүләкән, Ғафури, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Әлшәй райондарының фольклор, бейеү, вокаль, музыка ҡоралдары коллективтары ҡатнашты. 1812 йылғы һуғыш ваҡиғаларын реконструкциялау өсөн Мәскәү өлкәһе, Һамар, Ҡазан, Өфө ҡалаларының хәрби-патриотик клубтарынан килгәйнеләр.
Сценарий буйынса, Башҡортостанға батша фарманы килеп етә. Унда башҡорттарға икешәр ат эйәрләп, уҡ-һаҙаҡ, һөңгө менән ҡоралланып, айырым полктар ойошторорға ҡушыла. Халыҡ 28 полк төҙөй. Быларҙың барыһы ла оҫта итеп сәхнәләштерелеп, ул заманда кейем, ҡорал нисек булған, шулай тасуирлап күрһәтелде.
“Любезники, любизар...” тип аталған сараны ойоштороусылар барыһын да күҙаллаған: Байыҡ сәсәндең яугирҙәрҙе оҙатыуын, ҡаршы алыуын, Ҡаһым түрә, Абдрахман батырҙарҙың (Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуған), Йәнтүрәнең ҡатындары менән бергә яу сабыуын, Ватан һуғышы батырҙарының шәжәрәләрен төҙөүҙе, ошо замандағы йырҙарҙы, уға арнап һалынған бейеүҙәрҙе башҡарыуҙы...
Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған республика кимәлендәге сара тамамланғас, һабантуй башланды. Аҡлан кискә саҡлы гөрләп торҙо.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө