Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында «Дуҫлыҡ йондоҙлоғо» милләт-ара ижади кисәһе үтте

Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында «Дуҫлыҡ йондоҙлоғо» милләт-ара ижади кисәһе үтте

Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының үҙәк район китапханаһында Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған «Дуҫлыҡ йондоҙлоғо» ижади кисәһе үтте.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм ҡунаҡтар театрлаштырылған тамаша формаһында сағыу милли костюмдарҙа республикала йәшәүсе төрлө халыҡтар исеменән сығыш яһаны, уларҙың көн-күреше һәм йолалары менән таныштырҙы, төрлө телдәрҙә йырҙар йырланы һәм шиғырҙар уҡыны.

Ҡунаҡтар халыҡ уйындарында, конкурстарҙа ҡатнашты, викторина һорауҙарына яуап бирҙе һәм «Дуҫлыҡ бейеүе»н рәхәтләнеп бейене.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре байрамға ныҡлы әҙерләнгән: сарала «Китапхана – мәҙәниәттәр һәм телдәр мозаикаһы» стенды, «Беҙ дуҫлыҡ менән көслө» китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо, китап уҡыусыларҙың ижади эштәре тәҡдим ителде, тип хәбәр иттеләр Миәкә районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Автор: Тимур Рәхмәтуллин

«Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb