Йолаға ингән Ҡыш бабайҙар парады быйыл 26 декабрҙә үтәсәк. Өфө хакимиәтенән белдереүҙәренсә сарала һәр кем ҡатнаша ала, бының өсөн 20 декабргә тиклем урындағы муниципалитетҡа ғариза тапшырырға кәрәк. Еңеүселәргә 10 меңдән 30 мең һумға тиклем аҡсалата награда тапшырыла. Жюри составына Өфөнөң һәм Башҡортостандың сәнғәт әһелдәре инә. Баһалаусы төркөм сара үткәреүҙә үҙенсәлекле режиссерлыҡ талантына, тамашасы менән әүҙем эшләүгә, программаларҙа халыҡ көйҙәрен, уйындарын һәм әкиәт персонаждарын сағыу ҡулланыуға, шулай уҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүгә иғтибар итәсәк. Конкурс шарттарына быйыл аҙыраҡ үҙгәреш индерелгән. Ҡыш бабайҙың экипажы тип аталған номинация буйынса ла лауреаттар атала.