«Ҡыш булмаясаҡ»

«Ҡыш булмаясаҡ»
20 март М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Виктор Ольшанский пьесаһы буйынса әҙерләнгән спектакль тап шулай атала. 
Был спектакль күптән инде бер ниндәй мөғжизәгә ышанмаған һәм тәбиғәт телен аңламаған өлкәндәргә арнала. Хәл-ваҡиғалар көҙҙөң һуңғы көндәрендә ҡала ситендә бара, унда ташландыҡ фургонда Паша исемле ҡатын йәшәй. Ул ауылдағы өйөн һатып, ҡалала йәшәгән берҙән-бер улы Петрға күсенеп килә. Тик Пашаның улы һәм килене менән бергә-бергә татыу йәшәргә тигән хыялы тормошҡа ашмай. Ауылға юл ябыҡ, сөнки өй аҡсаһы күптән тотонолоп бөтөлгән. Бына шулай осон осҡа ялғап йәшәргә мәжбүр бисара ҡатын. Төп бәлә шунда: тиҙҙән ҡыш етә һәм Пашаны бесәйҙәре менән фургондан ҡыуып сығарасаҡтар. Ә шулай ҙа өмөт бар – бәлки ҡыш булмаҫ?..
Режиссер – театрҙың художество етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Мөсәлим Ҡулбаев.
Ролдәрҙә:
Ҙур Паша, пенсионерка – Людмила Воротникова.
Бәләкәй Паша, яуыз әбей – Любовь Никитина.
Петр – Салауат Нурисламов.
Милиционер – Артем Асмаев.
Ерән – Азат Маликов. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb