«Ҡышҡы балҡыш» исемле әҙәби-мәҙәни кисә үтте

«Ҡышҡы балҡыш» исемле әҙәби-мәҙәни кисә үтте
Ғафури районының Красноусол мәҙәниәт һарайында «Ҡышҡы балҡыш» тип аталған әҙәби-мәҙәни кисә үтте.
Танылған шағир, драматург Салауат Әбүзәр һәм йор һүҙле сатирик Венер Исхаҡовтың ижадына арналды был сара. Салауат Әбүзәрҙең ҡабатланмаҫ образдарға ҡоролған тәрән мәғәнәле шиғырҙарын күптәр яттан белә. Ә инде «Хыялый» тигән тәүге пьесаһы Башҡортостанда ғына түгел, Ырымбур, Татарстан театрҙарында гөрләп бара. Венер Исхаҡовтың «Таяҡ» тигән юмористик хикәйәләр йыйынтығы – әҙәбиәтебеҙ өсөн ҙур табыш. Ябай ғына күренештәрҙе шул тиклем оҫта һүрәтләүе, етешһеҙлектәрҙән әсе көлә белеүе, халыҡсан тел менән яҙыуы аша тиҙ арала уҡыусылар һөйөүен яуланы ул. 
Был көндә мәҙәниәт һарайына халыҡ эркелеп килгәйне. 
Салауат Әбүзәрҙең илебеҙҙең бөгөнгө хәле, ябай кешенең ошо турала уйланыуҙары хаҡындағы шиғырҙарын һәммәһе лә йотлоғоп тыңланы, уның һәр сығышы дәррәү алҡыштарға күмелде.
Сәхнәгә Венер Исхаҡов сыҡҡас, бөтәһе лә ихлас көлөп ебәрҙе. Уның геройҙары күктән төшмәгән, беҙҙең арала йәшәй. Бәлки, ошо тамашасылар араһында ла барҙыр. Һәр кемгә үҙе тураһында ишетеү ҡыҙыҡ бит.
Фәһемле һәм йөкмәткеле сығыштарға бай булды «Ҡышҡы балҡыш». Ә инде Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшиндың, виртуоз-ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың сәхнәгә сығыуы сараға йәм өҫтәне. Район мәҙәниәт һарайы артистары һәм Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусыларының сығыштары ла көслө алҡыштарға күмелде.
Ғафури районы хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровтың талантлы яҡташтарын сәхнәлә ихлас сәләмләүе, ул ғына түгел, кисәнең башынан алып аҙағынаса ултырыуы ла үҙе бер мәртәбә ине. Быны етәксенең әҙәбиәткә һәм мәҙәниәткә һөйөү билдәһе тип ҡабул итергә кәрәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb