Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Ҡытайҙар Башҡортостан һылыуҙары эргәһендә тороу бәхетенә иреште
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 08 октябрь 2012
Ҡытайҙар Башҡортостан һылыуҙары эргәһендә тороу бәхетенә иреште
19 - 29 сентябрьҙә «Азияның супер-моделе – 2012» VII халыҡ-ара конкурсы уҙҙы. Телевизион шоу форматында үткән конкурс Ҡытайҙың төрлө төбәктәрендә төшөрөлә һәм уны көн һайын телевизорҙан 60 миллион тамашасы күҙәтеп бара. Азия илдәренең «иңдән-иң һылыу ҡыҙы» исеме өсөн 14 илдән 26 модель ҡатнаша. Әйткәндәй, бына ҡатнашыусы илдәр исемлеге: Вьетнам, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Ҡытай, Корея, Һиндостан, Сингапур, Таиланд, Малайзия, Монголия, Шри-Ланка, Үзбәкстан, Рәсәй һәм… Башҡортостан!!!
Эйе-эйе, конкурс ойоштороусылары Башҡортостанды, суверенлы республика булараҡ, Рәсәй Федерацияһынан айырым рәүештә бәйгелә ҡатнашырға хоҡуҡлы тип тапҡан. Шуға күрә Башҡортостан ҡатнашыусы илдәр исемлегендә 1-се һан аҫтында тора, ә беҙҙең «Һылыуҡай»ҙарыбыҙ Айһылыу Юнусбаева (ӨДНТУ 3 курс. Буйы 177см., 87-59-91), Айһылыу Фатыхова (БДУ 5 курс. Буйы 172 см., 85-58-89) 1-се һәм 2-се һан аҫтында сығыш яһай.
Яҡташтарыбыҙ милли үҙенсәлектәре, саялыҡтары менән жюри ағзаларын һәм халыҡты таң ҡалдырып «Азияның иң яҡшы ун супер-моделе» исемлегенә инде. Ә Айһылыу Юнусбаева интерактив тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса «Тамашасы һөйөүе»н яуланы. Улар икеһе лә Линара Таһированың «Һылыукай – Bashkirian Beauty» студияһынан икәнлеген дә әйтеп китергә кәрәктер. Сығанаҡ:
«Шоңҡар» журналы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө