Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Ҡызыл таң» уҡыусыларын һөйөндөрҙө
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 25 март 2013
«Ҡызыл таң» уҡыусыларын һөйөндөрҙө
«Ҡызыл таң» республика гәзите 95 йәшлек күркәм юбилейын «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында ҙур концерт менән билдәләне. Унда редакция хеҙмәткәрҙәре, ветерандар, гәзиттең тоғро уҡыусылары һәм Татарстандан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.
Тәүгеләрҙән булып сәхнә түренә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев һәм БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов күтәрелде. Рауил Төхвәт улы Ҡоролтай Дәүләт йыйылышы председателе Константин Толкачевтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе, Борис Николаевич гәзит эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе һәм гәзит журналисы Резеда Ғәлекаеваға «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң саралар мәғлүмәт хеҙмәткәре» исемен, баш бухгалтер Резеда Фәттәховаға маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Шулай уҡ Татарстан ҡунаҡтары, «Ватаным Татарстан» гәзитенең баш мөхәррире М.Сафаров, Татарстандың халыҡ шағиры Р.Миңнуллин гәзиткә матур ҡотлау һүҙҙәрен һәм иң изге теләктәрен еткерҙеләр.
Өс сәғәткә яҡын барған концерт тамашасыны бер ҙә ялҡытманы, артистарҙың һәр сығышын алҡышлап ҡаршы алдылар. Юбилей кисәһе шуныһы менән үҙенсәлекле булды, унда ҡасандыр гәзиттә эшләп киткән һәм әлеге көндә тир түккән хеҙмәткәрҙәрҙең шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны. Уларҙы Нурия Ирсаева, Нәзифә Ҡадырова, Айҙар Ғәлимов, Фирзинә Абдуллина, Рания Билалова һәм башҡа артистар башҡарҙы. Композиторҙар Рим Хәсәнов һәм Салауат Низаметдинов сығыштарын тамашасы бик йылы ҡабул итте.
Тамаша гәзиттең баш мөхәррире Фаиль Фатхитдиновтың республика етәкселегенә, тоғро уҡыусыларына, хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткереү менән тамамланды.
Сығанаҡ: Башинформ мәғлүмәт агенствоһы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө