Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Ҡыҙыл келәм” кемгә дан килтерер?
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
“Ҡыҙыл келәм” кемгә дан килтерер?
Ҡыҙыл келәм буйлап үтеү – һәр кино фестиваленең йолаһы. Ана, Куба, Иран, Татарстан, Үзбәкстан вәкилдәре килә. Уларҙы Рәсәйҙең билдәле кино сәнғәте вәкилдәре алыштыра, Башҡортостан артистары мәртәбәле атлап уҙа. Шәп башланып китте “Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник фестивале: рух күтәренкелеге, профессиональ әҙерлек, халыҡ-ара кимәл тойолдо!
Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, кино фестивален асып, сарала ҡатнашыусыларға Президент Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. “Ҡанатлы ат Йыһан буйлап донъя гиҙгән кеүек, беҙҙең “Аҡбуҙат” та юғары осһон, бейеклектәр яулаһын!” – тине ул сығышында.
Салауат Тәлғәт улы исеме донъяға билдәле оператор, заманында Ю. Гагариндың Йыһандан осоп ҡайтыуын, ядро ҡоралын тикшереүҙәрен киноға төшөргән Мәхмүт Мөхәмтйән улы Рафиҡовҡа Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың ҡотлау хаты ла уҡып ишеттерелде. Әйткәндәй, Мәхмүт Рафиҡов — беҙҙең яҡташыбыҙ, 1924 йылда Башҡортостанда тыуған. Операторлыҡ хеҙмәте өсөн шулай уҡ “Ника” премияһына ла лайыҡ булған шәхес. Зал Мәхмүт Мөхәмәтйән улына аяғүрә тороп ҡул сапты!
Алып барыусыларҙың береһе Рәсәйҙә киң билдәле актриса Ольга Кабо була, тип гәзиттең йома һанында хәбәр иткәйнек инде. Башҡорт егете Таһир Вахитов менән улар тантананы бик дәртле, йәнле итеп алып барҙы. “Һәр халыҡ үҙенсә ҡунаҡсыл, ә бына башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы хаҡында легендалар яҙырлыҡ!” – тине Ольга хис-тойғоларын йәшермәй. Эйе, ул Азат Биксурин ҡырҡып алып уйнаған ҡурайға ла, “Мираҫ” ансамбленең сығышына ла таң ҡалды! Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистарының, “Сураман” этно-төркөмө, “Шатлыҡ” бал бейеүҙәр халыҡ ансамбленең сығыштары – былар барыһы ла тамашасыға иҫ киткес тәьҫир итте. Скрипкасы, 1996 йылда фильм-әкиәттә Аҡбуҙатты эҙләгән Сыңғыҙ Ханнанов үҙенең виртуозлығы менән залдағыларҙың күңелен яуланы.
Ә инде сәхнәгә бер-бер артлы данлыҡлы жюри ағзалары күтәрелә башлағас, сараның профессиональ кимәле тағы ла асыла төшкәндәй булды. Актер, режиссер Шәүҡәт Абдусәлимов, актер, йәмәғәт эшмәкәре Давлат Худоназаров, артист, Европа киноакадемияһы ағзаһы Актан Арым Кубат, кинодраматург, профессор Одельша Агишев милли һәм этник кино фестиваленең әһәмиәте, халыҡтарҙың мәҙәниәт аша бер-береһенең рухи донъяһына юл һалыуы хаҡында һөйләне.
Кисә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Шәүҡәт Абдусәлимов менән осрашты. Ошо уҡ көндә “Башҡортостан” киностудияһының фильм төшөрөү павильонын асыу тантанаһы булды.
Еңеүселәр хаҡында киләһе һандарҙа уҡырһығыҙ.
Автор: Л. СИТДИҠОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
“Ҡыҙыл келәм” кемгә дан килтерер?
“Ҡыҙыл келәм” кемгә дан килтерер?
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө