«Ҡыҙыу ҡыш » һүрәттәр конкурсы дауам итә

«Ҡыҙыу ҡыш » һүрәттәр конкурсы дауам итә

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры тамашасыларын яҡынлашып килгән яңы йыл байрамы менән ҡотлай һәм «Ҡыҙыу ҡыш» исемле һүрәттәр конкурсы иғлан итә.

Бәйгенең шарттары бик ябай: театрға, төрлө спектаклдәргә, артистарға арнап төшөрөлгөн һүрәттәрҙе А3 форматындағы аҡ ҡағыҙға үҙегеҙгә оҡшаған материал (гуашь, акварель, ҡәләм, фломастер) ҡулланып яһағыҙ һәм театр адресына ебәрегеҙ. Иң мөһиме, ебәрелгән барлыҡ эштәр театр музейы коллекцияһында мәңгегә ҡалып, төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашасаҡ. Өс еңеүсе спекатаклдәргә саҡырыу билеттары аласаҡ, тағы бер нисә кеше дәртләндереү призына эйә буласаҡ.
Бәйгелә теләгән һәр кем - балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала. Эштәрҙе театрҙың ысын рәссамдары баһалаясаҡ!
Һүрәттәрегеҙҙе 25 декабргә тиклем килтерегеҙ, йә почта аша (450077, Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди урамы, 34 адресына) , йәки Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына ебәрегеҙ.
Барлыҡ эштәрҙе театрыбыҙҙың музей группаһында, социаль селтәрҙә ВКонтакте төркөмөндә (http://vk.com/bashdrammuseum) күрергә мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb