«Ҡыҙыҡ һәм мәҙәк» эстрада-юмористик төркөм Көлкө көнөнә арналған программаһын тәҡдим итә

«Ҡыҙыҡ һәм мәҙәк» эстрада-юмористик төркөм Көлкө көнөнә арналған программаһын тәҡдим итә
1 апрель Халыҡ-ара көлкө көнөндә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында «Ҡыҙыҡ һәм мәҙәк» эстрада-юмористик төркөм сығыш яһаясаҡ. Программала ҡыҙыҡлы интермедиялар, скетчтар, спектакль күренештәренә пародиялар.
«Ҡыҙыҡ һәм мәҙәк» республикала 20 йыл дауамында тамашасыға һүнмәҫ дәрт, яҡшы кәйеф бүләк иткән берҙән-бер төркөм. БР-ҙың халыҡ артисы, филология фәндәре кандидаты Вәлит Илембәтов төркөмдөң алыштырғыһыҙ етәксеһе. Ул комик ролдәрҙе уйнап ҡына ҡалмай, төрлө пародиялар, скетчтар авторы. Шулай уҡ «Ҡыҙыҡ һәм мәҙәк» составында артистар Хәмит Теләмов, Зөлфиә Әхмәтова, Фаяз Йәнтүрин, Ғәлиә Моратова, Искәндәр Ғәзизов. 
Төркөм репертуары үҙгәрешһеҙ тормай, яңырып, ҡыҙыҡлы номерҙар менән байытылып бара. Көлкө байрамына рәхим итегеҙ!
Автор: Виринея Лихачева  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb