Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Үҙе лә, ижады ла йәш һәм сағыу ине
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 05 март 2012
Үҙе лә, ижады ла йәш һәм сағыу ине
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында актер Арыҫлан Йәнбәковтың хәтер кисәһе уҙҙы.
Арабыҙҙан йәшләй киткән талантлы актер һәм режиссер Арыҫлан Йәнбәков үҙе лә, ижады ла йәш һәм сағыу ине. Сарала башҡорт милли сәнғәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереп өлгөргән актерҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында донъя күргән «Хазина» тип исемләнгән дисктың исем туйы ла үтте.
Мостай Кәрим һүҙҙәренә Юлай Үҙәнбаев ижад иткән был йырҙы тамашасы тиҙ арала яратып өлгөрә. Арыҫлан Йәнбәков башҡарыуындағы йыр әле булһа ҡолаҡ төбөндә яңғырап торғандай.
Моң һөйөүселәр уны бынан тыш, «Гәрәбә», «Гармуным, уйна һин», «Һаҡмар һылыуы», кеүек йырҙар аша ла танып белә.
«Ҡурай» йыр-моң телеканалы һәм яҡын дуҫтары Арыҫлан Йәнбәковтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында диск сығарҙы. Дискҡа Арыҫландың танылған һәм тамашасыға ишетелеп өлгөрмәгән йырҙары тупланған. Альбомдың исем туйынан һуң йыйылыусыларға Арыҫлан Йәнбәков сәхнәләштергән Салауат Әбүзәровтың «Хыялый» лирик комедияһы күрһәтелде.
Арыҫлан Мәскәүҙең Щукин исемендәге институтын тамамлап режиссура өлкәһендә уңышлы хеҙмәт итергә хыялланған була. Сәхнәгә дүрт әҫәр сығарып өлгөрә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ижадсының уй-ниәттәренең барыһына ла тормошҡа ашыу бәхете насип булмай.
Сығанаҡ:
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө