Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Һаумы, һаумы, әкиәт!»
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
«Һаумы, һаумы, әкиәт!»
Кескәйҙәр һәм мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолған баш ҡала бәйгеһе быйыл бишенсе тапҡыр үтте. Донъя халыҡтары әҙәбиәте әкиәттәрен башҡортса һөйләү үҙе үк туған телдә аралашыу, көр тауыш талап итә. Иң мөһиме, конкурс күптән инде балаларҙың көтөп алған байрамына әйләнгән.
Әкиәт иленә сәйәхәт. Сабина Ғибәҙуллина Өфөнөң 308-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Ҡыҙ өләсәһе өйрәткән башҡорт халыҡ әкиәте "Ала ҡаҙ"ҙы һөйләп Гран-приға лайыҡ булды. Әйткәндәй, Сабина быйылғы бәйгенең иң йәш ҡатнашыусыһы. Уға дүрт кенә йәш.
Изге башланғысҡа нигеҙҙе бынан биш йыл элек башҡорт балалар театр-студияһы етәксеһе Алтынай Бурина һала. Күләмле бәйге башҡорт телен пропагандалауҙы, милли фольклор нескәлектерен һаҡлауҙы, балаларҙа поэтик һәм эстетик зауыҡ тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Ата-әсәләр, ҡатнашусылар "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсының кимәле йылдан-йыл күтәрелеүен билдәләй. Проектта биш йыл эсендә 3 меңдән ашыу бала ҡатнашҡан.
Финалға үтеүселәрҙең береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Һәр кем йомшаҡ уйынсыҡ, маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Ә инде "Һаумы, һаумы, әкиәт!" республика конкурсы июнгә билдәләнгән.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Өфөлә Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан Гөлназ Ғәлимуллинаның фотокүргәҙмәһе асыла
Кесе йома, 26 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Донъя операһы йондоҙо Әлфиә Кәримова Өфө тамашасыһына яҙғы концерт бүләк итә
Шишәмбе, 24 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Дуҫтар» ансамбленең джаз мираҫын хәҙер һанлы форматта тыңларға мөмкин
Шишәмбе, 24 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө