Һағынып көтөп алдылар

Һағынып көтөп алдылар
Бәләбәй
Һабантуй һәм Ҡала көнөн берләштергән сара "Ватан һаҡсыларына" мемориаль комплекс эргәһендә башланып китте. Райондың сауҙа предприятиелары – йәрминкә, төбәк оҫталары үҙ ҡулдары менән яһаған әйберҙәрен күркәм күргәҙмә ойошторҙо. Ул арала халыҡ әллә ҡайҙан ылыҡтырып торған, байрамға йәм һәм йән өҫтәгән тирмәләр янына ашыҡты: унда "Ата-бабалар ере" халыҡ ижады фестивале башланып тора ине. Ғөмүмән, был көндө саралар ифрат күп булды: һәүәҫкәр артистар һәм балалар коллективтары "Ер балалары" исемле театрлаштырылған тамаша менән шатландырһа, шәжәрә байрамы менән яңы тыуған бәпестәрҙе ҡотлау тантанаһы айырыуса йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ипподромда бәйге генә түгел, төрлө спорт ярыштары, милли уйындар үткәрелде. Халыҡ сараларҙа ихлас ҡатнашты, йыр-моң ҡаланың барлыҡ мөйөштәрендә тиерлек яңғырап торҙо: Бәләбәй байрам рухы менән һуғарылғайны. Ғөмүмән, был көндө һәр кем күңеленә ятышлы ял итеү төрөн һайланы: бәғзеләр өсөн хатта бушлай нәфис фильм күрһәтелде. Йәштәр иһә студенттар ижады фестивале еңеүселәренең гала-концертына ағылды. Байрам күркәм салют менән тамамланды. 
Илеш 
Районда һабантуй данлыҡлы яҡташтары, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналды. Театрлаштырылған тамаша, хеҙмәт алдынғылары парады, барабансылар сығышы, милли уйындар, бәйге һәм башҡалар үҙ ҡатнашыусыһын тапты. Шулай ҙа илештәрҙе иң ылыҡтырған сара – ҙур бүләк – авиашоу булғандыр, сөнки ауыл кешеһенә оҫта осоусыларҙың сығышын күреү бәхете, килешәһегеҙҙер, көн һайын тәтемәй... Халыҡ самолеттарҙың осошон ғына түгел, парашютсыларҙың сығышын да ихлас күҙәтте. 11 июндә байрам тантанаһы Муса Гәрәевтең тыуған төйәгендә – Ташшишмә ауылында дауам итте.
Нефтекама
Байрам бүләкһеҙ буламы: 10 июндә ҡала халҡын шатландырған бер нисә сара хаҡында әйтеп үтеү фарыз. Беренсенән, нефтекамалар тағы бер сауҙа үҙәген "асып" ҡыуанды, балалар яңы уйын майҙансығында кинәнде, йәштәр "Стрит-феста"- ла ҡатнашып, иң алдынғы, заманса ди-джейҙы һайланы. 
Комсомол проспектының аллеяһы ысын мәғәнәһендә йәйғор төҫөнә инде: бында оҫталар һүрәт төшөрҙө, сағыу буяуҙар тантана итте. Йыр-моң һөйөүселәр ҡала паркында "Донъялағы иң шәп ҡала" тип аталған, өс сәғәттән ашыу барған ҙур концертты тамаша ҡылды. Кисен ошонда уҡ оло йәштәгеләрҙең "Мин һине яратам, тормош!" исемле ижад фестивале уҙғарылды. Башҡа төбәктәрҙә үткән байрам тантаналарынан айырмалы рәүештә, Нефтекамала күңел асыу менән бергә файҙалы ғәмәлде лә тормошҡа ашырҙылар. "Таҙа ҡала – беҙҙең ҡулдарҙа!" экологик акцияһының асылы ял иткән урындан сүп-сарҙы йыйып, махсус пунктҡа тапшырыу һәм символик бүләк алыуҙан ғибәрәт ине. Сара төш үк башланды һәм кискәсә дауам итте. Унан тыш, урындағы әүҙемселәр "Юбилейға идеялар йәки ҡала шарттарын яҡшыртайыҡ" исемле социаль акция ла ойошторҙо. Бының өсөн байрам концерты барған урындан йыраҡ түгел махсус кейемдәге кешеләрҙән анкета алырға һәм уй-фекерҙәреңде яҙырға кәрәк ине. Әйткәндәй, ҡала халҡы сарала бик теләп ҡатнашты һәм төрлө тәҡдимдәр индерҙе.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb