Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Һуғыш балалары һулышы...
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Һуғыш балалары һулышы...
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Бөйөк Еңеүҙең 69 йыллығына арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте. Фатима Мостафина исемендәге 20-се һәм Дим биҫтәһенең 102-се гимназия уҡыусылары менән осрашыуға күренекле шағирҙарыбыҙ – Әнисә Таһирова, Ҡәҙим Аралбаев һәм Ирек Кинйәбулатов килде.
Әҙиптәребеҙ өсөһө лә һуғыш быуыны балалары. Беҙ ишетеп кенә белгән ауырлыҡтарҙы улар үҙ иңдәрендә татығандар, етемлектең, аслыҡтың әсе ғазаптарын кисергәндәр. Был кисәлә улар уҡыусылар менән үҙҙәренең бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, ҡәһәрле һуғышҡа арнап яҙған тетрәндергес шиғырҙарын уҡынылар.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев:
- 9 май – моңһоу байрам, сөнки был еңеү бик күп ҡорбандар аша килде. Күпме балалар етем, атайһыҙ үҫте, күпме сәскә кеүек ҡатындар тол ҡалды. Беҙ – һуғыш балалары – ул йылдарҙа күргән ауырлыҡтар бер ни тиклем кимәлдә беҙҙең ижадыбыҙҙа ла сағыла, - тине.
Шағирә Әнисә Таһирова Бөйөк Еңеүҙе инҡар иткән, тарихи дөрөҫлөктө үҙгәртергә тырышыусылар булыуына әсенеүен белдерҙе. Һеҙ – беҙҙең киләсәк, күңелегеҙҙә яҡшы уйҙар йөрөтөгөҙ, хеҙмәтте яратығыҙ, тип өндәште ул йәш уҡыусыларға.
Яратҡан шағирыбыҙ Ирек Кинйәбулатов май яғып печенье ашар өсөн генә дуҫы менән нисек итеп балалар йортона эләгергә «тырышыуын» һөйләп күңелдәрҙе күтәрҙе. Был ҡыҙыҡлы тарих берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
Сараны Өфө сәнғәт училищеһы студенттары – Урал Мәҡсүтов, Айтуған Ғәйзуллин, Гөлназ Зарипова, Айгөл Әхмәтшина һәм Эльвина Мөхәмәтгәрәева башҡарыуында йыр-моңдар биҙәне.
Һеҙ – бәхетле быуын, тине шағирҙарыбыҙ. Ысынлап та, был һүҙҙәрҙә тәрән хаҡлыҡ ята. Тормоштоң йәмен-тәмен тойоп йәшәйек, дуҫтар. Осрашыуға йыйылыусылар күгебеҙ аяҙ булһын, һәр саҡ ҡояш яҡтыртһын, тигән теләктәр менән таралышты.
Фотогалереяға күсергә
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө