Һәр кемгә танһыҡ байрам

Һәр кемгә танһыҡ байрам
Юрмаш буйы уйын-көлкөнән, шат тауыш­тарҙан гөрләп торҙо үткән шәмбелә. Бына дүртенсе йыл инде Өфө ҡалаһының Калинин районы халҡы Федоровка ауылы эргәһендә көтөп алған байрамын — олоһон да, кесеһен дә үҙенә йәлеп иткән күңелле һабантуй үткәрҙе.
Быйылғыһы йөкмәткеһе, сюр­приздарға бай булыуы, са­ғыулығы менән айырылып торҙо. Мотор эшләүселәр мәҙә­ниәт һарайының ижади коллективтары көсө менән әҙерләнгән ҙур концерттан тыш, волейбол, шашка һәм армрестлинг ярыштарында, тоҡ менән көс һына­шыуҙа, милли көрәштә ҡатна­шырға теләүсе­ләр күп булды. 
Байрамға килеү­селәрҙе һәм ҡу­наҡ­тарҙы Ка­ли­нин районы хаки­миәте башлығы Григорий Букреев ихлас тәбрикләне. Хеҙмәт коллективтары был юлы ла һа­бантуйға ҙур әҙерлек менән килгәйне. Матур итеп биҙәлгән башҡорт тирмәлә­рендә ҡунаҡ­тар милли аш-һыуҙан ауыҙ итте. Мәҫәлән, 140-сы баш­ҡорт гим­назияһы бауырһаҡ, ҡымыҙ менән һыйлаһа, ук­раин­дар­ҙың йәкшәмбе мәктәбе милли аш-һыуын, шоколадлы салоһын тәҡ­дим итте. Юҡҡа ғына был кол­лективтарҙың тир­мәһе икенсе-өсөнсө урындар­ҙы яула­маған­дыр. Ә иң яҡшы тирмә тип 1-се республика клиник психиатрия да­уаханаһы­ныҡы танылды.
Моғайын да, һабантуйҙа шә­жәрә конкурсына йомғаҡ яһау иң иҫ­тәлекле, сағыу мәл булған­дыр. Һәр ғаилә үҙенең стендын фотолар, репродукциялар, тарихи ҡомартҡы­лар менән тулылан­дырырға тырышҡан.
Сығыштарҙың һәр береһе тул­ҡынландырғыс булды. Нә­ҫел-нә­сәбеңде белеү, боронғо та­­мыр­ҙарыңды барлауҙың килә­сәк быуынды тәрбиәләүҙә ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуын ҡабатлау ҙа кәрәкмәйҙер. Бәйгенең был төрөндә 52-се лицей уҡыусылары Маргарита Гейт менән Айҙар Йо­соповҡа еткән кеше булманы. Мирас Мир­ғәлиев (68-се лицей) һәм Ҡарлуғас Исмәғилева (140-сы гимназия) — икенсе, ә Әлиә Абдрахманова (105-се гимназия) һәм Гөлнара Әүхәҙиева (53-сө мәктәп) өсөнсө урынды яуланы.
Ошо күркәм йолаларҙы, тради­цияларҙы тәрбиә эшендә уңышлы ҡулланған уҡытыу­сылар ҙа ситтә ҡалманы, улар­ға район хакимиә­те мә­ға­риф һәм социаль сәйәсәт идаралығының рәхмәт хаттары тапшырылды.
Һабантуй милли көрәшһеҙ, көс-дәрт биреп тороусы көйәрмән­дәрһеҙ буламы? Тамашасылар майҙанға сыҡҡан һәр батырҙы алҡышлап ҡаршы алды. Иң таһыллыһы һәм көслөһө Рөстәм Миңлебаевҡа бәйге бүләге — һарыҡ! Гер спортында Пономаревтар династияһына тиңдәр табылманы. Евгений Константинович беренселекте яулаһа, улы Александр икенсе урынға сыҡты. Хатта ғаилә башлы­ғының ейәне Костя ла һырғауылға үрмәләүҙә ҡатнашты.
Ҡыҫҡаһы, быйылғы һабантуй ҡу­наҡтарҙың барыһына ла яҡшы кәйеф, көтөлмәгән һөйөнөстәр бү­ләк итте. Бындай сағыу милли байрамдар – халыҡты туплауҙа, яҡшы, изге эштәргә әйҙәүҙә иң тәьҫирле, уңышлы сара ла. Төрлө милләт кешеләренең боронғо халыҡ йолаларын хөрмәтләп, ҡулға-ҡул тотоношоп бәйгелә һынашыуы, бер­ҙәм­лек күрһәтеүе халыҡтар дуҫлығының йәнә бер матур өлгөһө лә ул.
Автор: Зөлфиә ӘХМӘТОВА, Өфө ҡалаһының Калинин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb