Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Һөйөнсө! Яңы китап!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Һөйөнсө! Яңы китап!
1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Земфира Сәхипованың «Күк япраҡтар» йыйынтығы донъя күрҙе.
Баҫмала билдәле рус яҙыусыларының балалар өсөн ижад иткән проза әҫәрҙәре башҡортсаға тәржемә ителгән. Унда кескәйҙәр яратып уҡырлыҡ Валентина Осеева, Виталий Бианки, Михаил Пришвин, Николай Сладков, Георгий Скребицкий кеуек авторҙарҙың хикәйәләре һайланған. Рус телендә быға саҡлы таныш әҫәрҙәрҙе башҡортса уҡыу балаларҙың белемен арттырыр, фекер йөрөтөүҙе камиллаштырыр, һөйләү телмәрен үҫтерер, рус әҙәбиәтен яҡшыраҡ аңларға, уны яратырға ярҙам итер. Бер үк әҫәрҙе сағыштырмаса ике телдә уҡыу рус һәм башҡорт әҙәби телдәренең байлығын, матурлығын һәм уларҙың һәр береһенә генә хас үҙенсәлектәрен аңларға, тел белемен үҫтереүгә мөмкинлек бирәсәк.
Китаптың аҙағында ҡайһы бер һүҙҙәрҙең, бигерәк тә йәнлектәр (хайуандар, ҡоштар, бөжәктәр) исемдәренең, башҡортсанан руссаға тәржемә һүҙлеге бирелгән.
Әҫәрҙәрҙең тәржемәсеһе билдәләүенсә, китаптың әһәмиәте башҡорт балалары өсөн генә түгел, башҡорт телен өйрәнеүсе рус теле уҡыусылар өсөн дә ҙур буласаҡ.
Сығанаҡ: нәшриәт сайтынан алынды.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө