Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала яңы күргәҙмә асыла
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 05 июль 2012
Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала яңы күргәҙмә асыла
Бөгөн, 5 июлдә, Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҙур күргәҙмә залында «Баш ҡала финанс-гуманитар академияһы» дизайн кафедраһы һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура кафедраһы сығарылыш курс студенттарының диплом эштәре күргәҙмәһе буласаҡ.
Күргәҙмәлә 38 сағыу эш менән танышырға мөмкин. Йәштәрҙең диплом эштәре, аңлауығыҙса, киләсәктә баш ҡаланы биҙәргә тейеш «Башҡорт ауылы» исемле сауҙа-күңел асыу комплексының дизайн-проектына арнала.
Йәш дизайнерҙар үҙ эсенә минимализм, сюрреализм һыҙаттарын алған заманса фатирҙарҙың яңы проекттарын да тәҡдим итмәксе. Эштәр араһында шулай уҡ ҡала сите өсөн ҡаралған «Скандинав әкиәте», «Суоми илендә» кеүек өй проекттары ла буласаҡ. Әйткәндәй, студенттар тарафынан «С.Т. Аксаков йорт-музейы» тарихи-мемориаль комплексындағы кабинеттың дизайн-проекты махсус премияға лайыҡ булған ине.
Күргәҙмә ваҡытында, теләүселәр булһа, интерьер дизайны буйынса белгестәр менән аралашырға, файҙалы кәңәштәр алырға мөмкин буласаҡ. Ә күргәҙмә иһә үҙ эшен 16:00 сәғәттә башлай. Сығанаҡ:
«Шоңҡар» журналы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Дүшәмбе, 09 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
«Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды
Йәкшәмбе, 08 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар
Йома, 06 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө