Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана оло юбилейын билдәләй
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 24 ноябрь 2011
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана оло юбилейын билдәләй
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы үҙенең оло юбилейын билдәләй. Был китапхана республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә лә иң олпаттарҙан һанала. Милли китапхананы республикабыҙҙың ғилем хазинаһы, хатта йөҙөк ҡашы булған белем усағы тип әйтергә була.
Архив сығанаҡтарынан күренеүенсә, XVIII быуат аҙаҡтарында Өфөләге белем усаҡтарында бәләкәй генә булһа ла, уҡыу залдарының күренеүе беҙҙә китапханалар эшенең тарих төпкөлөнә барып тоташыуын аңлата.
Өфөлә 1836 йылда Дворяндар Йыйылышы ҡарамағындағы тәүге китапхана асыла. Сауҙагәр Николай Блохиндың китап магазинынан, шәхси китапхана-уҡыу залынан халыҡ өҙөлмәй. 1921 йылда Өфөлә Үҙәк ғилми китапхана ойошторола. Эшләй башлағанда унда 17 мең ярым тирәһе китап иҫәпләнгән. Артабан ул Үҙәк мосолман китапханаһын, бер ни тиклем ваҡыт уҙғас, Максим Горький исемендәге Үҙәк китапхананы үҙенең ҡанаты аҫтына ала. Ә инде 1936 йылда республика статусына күтәрелә, күпмелер ваҡыт Надежда Крупская исемен йөрөтә. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Республика балалар китапханаһы менән Республика үҫмерҙәр китапханаһын да уға ҡушалар. Ә 90-сы йылдар башы айырыуса тарихи ваҡиғаларға бай була. 1992 йылда Башҡортостандың Милли китапханаһы итеп үҙгәртелеүҙән тыш уға Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелә.
Бөгөнгө көндә китапхананың ғилми-методик, башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү, һирәк осраған һәм ҡулъяҙма баҫмалар, ваҡытлы баҫмалар, китап һаҡлау һәм тағы ла бер нисә бүлек, уҡыу залдары бар. Бөтәһе өс йөҙҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың иңенә документтарҙы туплау һәм һаҡлау һымаҡ яуаплы бурыс йөкмәтелгән.
Юбилей уңайынан, 24 – 25 ноябрҙә, Конгресс-холда "Социомәҙәни киңлектә милли китапханаларҙың тотҡан роле һәм урыны" тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойоштороласаҡ. Башҡортостандың төп китапханаһының юбилейына Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән ҡунаҡтар көтөлә. Конференция барышында Республиканың иң яҡшы китапханаһы һәм китапханасыһы конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы исеменән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәткәрҙәрен күркәм юбилейҙары менән ҡотлайбыҙ, коллегаларыбыҙға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!
«Башҡортостандың мәҙәниәт донъяһы»
порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө