ӘЙҘӘ, ЙЫРЛА, БАШҠОРТ БАЛАҺЫ!

ӘЙҘӘ, ЙЫРЛА, БАШҠОРТ БАЛАҺЫ!
Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Темәс ауылы мәҙәниәт йортонда балалар араһында халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың зона бәйгеһе ойошторолдо. "Темәс" тарихи-мәҙәни үҙәге тарафынан ойошторолған был бәйгелә ҡатнашырға, үҙенең көсөн, һәләтен һынап ҡарарға, йөрәгендә дәрт осҡоно, күңелендә милли рух, йыр сәнғәтенә һөйөү йөрөткән 21 йәш конкурсант теләк белдерҙе.
Башҡорт халҡының арҡа һөйәге - тәуарих. Уның нигеҙендә халыҡ йырҙары ята. Йөрәкте ярып сыҡҡан, зиһенеңде солғап алған, илатҡан да, йырлатҡан да, күңелдең аҫтын-өҫкә әйләндереп тетрәндергән, халҡыбыҙҙың аяныслы үткәнен күҙ алдына баҫтырып, берсә һағышҡа, уйға сорнаған илаһи бер мөғжизә ул халҡыбыҙ йырҙары. Был йырҙарҙы башҡарыу - йәштәр өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә еңелдән түгел, бында теләктән бигерәк, тәбиғәттән бирелгән һәләт, моң, тырышлыҡ һәм тәжрибә кәрәк. Йәштәрҙең ошондай етди жанрҙа көс һынашыуға батырсылыҡ итеүе, халыҡ йырҙарына битараф булмауы - шатлыҡлы күренеш.
Конкурсҡа килгәндә, ике сәғәт дауамында барған һайлап алыу турында жюри ҡарамағына тәҡдим ителгән 21 сығыш араһынан иң-иңдәрҙе билдәләү, әлбиттә, еңелдән булманы, йәғни балаларҙың барыһы ла талантлы һәм яҡшы әҙерләнгәйне. Шулай ҙа бәйгеләрҙең еңеүсеһе лә була бит инде. Был юлы өс сәғәт дауам иткән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың зона бәйгеһендә түбәндәгеләр: Азамат Ғарифуллин, Варис Исҡужин, Динар Хәбибуллин, Милә Ҡотлоғәлләмова, Ләйсән Баязитова, Гөлфиә Ишдәүләтова, Эльвина Әмирова, Азалия Биктимерова, Нәркәс Ахунйәнова, Наилә Әлибаева, Ильяс Ҡасҡынов, Азалия Хәбибуллина конкурсанттар булды. 
Урындар түбәндәгесә билдәләнде: 3-сө урынды Темәс ауылынан Азамат Ғарифуллин менән Таһир ауылынан Әлиә Ибраһимова бүлеште, 2-се урынға Темәс егете Варис Исҡужин һәм Таһир ауылы ҡыҙы Айнагөл Байраҡаева сыҡты, 1-се урынды Темәс ауылының һәләтле ҡыҙы Нәркәс Ахунйәнова яуланы. 
"Башҡорт йыры" зона бәйгеһенең иң юғары баһаһы - Гран-приға халҡыбыҙҙың классик әҫәре һаналған мәшһүр "Урал" йыры менән Күгиҙел ауылынан Алмас Сирусин лайыҡ булды. Һәләтле егеттең еңеүе шикһеҙ икәне тәүге ноталарынан уҡ асыҡланды. Тәбиғәттән бирелгән һәләтен күреп асҡан, үҫтергән, ҙур сәхнәләргә сығарған етәксеһе Вилюр Мәүлитовҡа ихлас күңелдән рәхмәт еткерәбеҙ, йәш таланттың балҡыуы - уҡытыусының хеҙмәт емеше ул. Был сараны үткәреүҙә матди ярҙам күрһәткән Темәс ауыл хакимиәте башлығы Р. Йәнсуринға, Таһир ауылы уҡытыусыһы Г.Ибраһимоваға шулай уҡ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. 
Шулай итеп...
Башҡорт йыры - быуат менән быуаттарҙы, быуын менән быуындарҙы тоташтырып, беҙҙең көндәргә килеп еткән йыр сәнғәтенең аҫыл өлгөһө ул. Булып үткән сара ла ошоно - аҫыл хазинабыҙҙың килер замандарҙа ла йәшәйәсәк, был быуындан яңы быуынға тапшырыласаҡ икәнен раҫланы.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb