Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Әмир Әминевҡа – 60 йәш!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 18 февраль 2013
Әмир Әминевҡа – 60 йәш!
2013 йылдың 18 февралендә Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, журналист, тәржемәсе Әмир Мөхәмәт улы Әминевтың 60 йәше айҡанлы ижад кисәһе үтте. Сараны башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге ойошторҙо. Юбилярҙан тыш унда филология фәндәре докторы, БДУ профессоры, «Ағиҙел» журналының әҙәби тәнҡит һәм шиғриәт бүлеге мөхәррире Ф.Т. Күзбәков, яҙыусы, шул уҡ журналдың проза бүлеге мөхәррире С.Н. Шәрипов, Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары ҡатнашты. Кисә барышында яҙыусының ижадын һәм тормошон сағылдырған слайд, традицион күргәҙмә менән танышырға мөмкинлек булды. Ә.Әминев үҙенең әҙәбиәткә нисек килеүе тураһында, «Китайгород», «Бүре балалары» кеүек киң билдәле әҫәрҙәренең яҙылыу тарихы, борсолоуҙары, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Әйткәндәй, 2012 йылда «Китайгород» әҫәре өсөн яҙыусы Рәсәйҙең әҙәбиәт өлкәһендәге премияһына лайыҡ булды.
Әмир Әминев оҫта хикәйәсе генә түгел, ул шулай уҡ яҡшы тәржемәсе лә: Василий Белов, Талха Ғиниәтуллин, Андрей Платонов, Валентин Распутин әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән.
Яҙыусының иҫәбендә «Ҡайын япрағы», «Йәшлек моңдары», «Сөңгөл», «Ҡапҡа» исемле йыйынтыҡтар.
Амиру Аминеву - 60 лет
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө