Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Әҙип һүҙен тарих юя алмай
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Әҙип һүҙен тарих юя алмай
Борон-борондан халҡыбыҙҙа сәсән һүҙенең бәҫе, абруйы көслө булған. Эйе, ҡылыстан да үткер, уҡтан да төҙ һаналған ул. Дауҙар ҡуптара, яуҙар туҡтата алған. Шуға ла шағир йөрәкле Салауат батырҙың, Аҡмулла, Бабичтарҙың исемдәре һәм ялҡынлы һүҙҙәре быуаттар үтһә лә милләтебеҙ хәтерендә юйылмай һаҡлана.
Бөгөн дә әҙип һүҙенең баһаһы юғары. Әҙәбиәтебеҙ йәмғиәтебеҙҙәге именлек һәм тыныслыҡҡа, киләсәгебеҙҙең яҡтыраҡ һәм бәхетлерәк булыуына, илебеҙҙә көн итеүсе һәр кемдең үҙ юлын һәм һуҡмағын табыуына ҙур өлөш индерә. Башҡортостан Яҙыусылар союзының 80 йыллыҡ юбилей кисәһенә килгәндәрҙең бөтәһе лә тап ошоно хәтерендә тотҡандыр, моғайын.
Быны ҡотлау һүҙе менән сығыш яһағанда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов айырып билдәләне. “Һүҙ бөгөн дә бөтә төр ҡоралдан дәһшәтлерәк. Айырыуса ил һәм милләт өсөн хәл иткес мәлдәрҙә беҙ әҙиптәребеҙ күрһәткән рухи йүнәлештәргә күҙ төбәйбеҙ, ышанабыҙ, өмөтләнәбеҙ. Шәхсән мин республикабыҙҙың яҡты киләсәгенә ышанам, сөнки Мәжит Ғафуриҙы, Мостай Кәримде, Әнғәм Атнабаевты, Назар Нәжмиҙе һәм башҡа бик күп ошондай шәхестәрҙе үҫтергән халыҡтың яҙмышы башҡаса булыуы мөмкин дә түгел”, – тине ул.
Салауат Тәлғәт улы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың да ҡотлау һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. “Тап яҙыусылар йәмғиәтебеҙҙә гуманизмдың һәм мәғрифәттең өҫтөнлөк итеүенә булыша, кешеләрҙә юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Эйе, әҙиптең хеҙмәт емеше бөгөн йыш ҡына баһаланмай, был – үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы рухи көрсөк эҙемтәһе. Әммә шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы мәлдә илебеҙҙә йәнә нәфис һүҙгә ихтирам арта, ижтимағи-сәйәси тормошта яҙыусының абруйы күтәрелә” тип билдәләнә унда.
Артабан Салауат Тәлғәт улы “Аҡбуҙат” журналының тәүге мөхәррире, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелеүе тураһында Президент Указын халыҡҡа еткерҙе һәм талантлы шағирәгә оло бүләк билдәһен тапшырҙы. Шуныһы айырыуса иғтибарға лайыҡ: ошоға тиклем бер генә ҡатын-ҡыҙ ҙа был юғары исемгә эйә булмаған. Ә яҙыусы Спартак Ильясов “Ҡолой кантон” романы өсөн Яҙыусылар союзының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премияһы менән бүләкләнде. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, мәғариф министры Әлфис Ғаязов, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов та әҙиптәрҙе ҡотлап сығыш яһаны һәм иң-иңдәрҙе маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
Эйе, халҡыбыҙҙың ҡәләм оҫталарына ошо 80 йыл эсендә байтаҡ һынау кисерергә, йыш ҡына ғәрәсәт уртаһында ҡалырға тура килә. Был турала Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе драматург Наил Ғәйетбаев бәйән итте. Әммә һәр заманда ла әҙиптәребеҙ үҙ булмышына тоғро ҡалып, милләтебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн хеҙмәт итә. “Бөгөнгө маҡсатыбыҙ – әҙәбиәтебеҙҙең киләсәген әҙерләү, йәш ижадсыларҙы табыу. Яңыраҡ йәштәрҙең бер төркөмөн Союзға ҡабул итеүебеҙ ҙә ошо теләктән эшләнде. Талантлы йәштәребеҙ ижад итһен, үҙ китаптарын ҡулына алып ҡыуанһын өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙырырға тейешбеҙ”, – тине әҙип, һүҙен йомғаҡлап.
Яҙыусылар союзының юбилей кисәһе йыр-моңға үрелеп барҙы. Шуныһы шатлыҡлы: илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән бик күп абруйлы ҡунаҡ йыйылғайны сараға. Бөтәһе лә йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, иҫтәлекле бүләктәр менән ҡыуандырҙы. Бына бит һүҙ көсөнөң абруйы – уның өсөн ваҡыт та, сиктәр ҙә, аралар ҙа юҡ.
Автор: Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө